Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 16:00

ЯЛ ИТЕҮ УРЫНДАРЫ ҠУЙЫЛА

Торатауҙа ял өсөн беседкалар төҙөй башланылар. Был турала Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге рәйесе урынбаҫары Артур Иҙелбаев үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.

ЯЛ ИТЕҮ УРЫНДАРЫ ҠУЙЫЛА
ЯЛ ИТЕҮ УРЫНДАРЫ ҠУЙЫЛА

- Яҙ башында уҡ Торатау геопаркы администраторҙары һәм геогидтары проблемаларҙы тикшергәндә биләмәлә вайымһыҙ туристарҙың сүп-сар ҡалдырып китеүҙәре, шулай уҡ усаҡ яғыу мәсьәләһе киҫкен торған һорауҙарҙың береһе булыуына зарланғайны. Көн һайын тиерлек бер үк күренеш күҙәтелә - баҫыуҙа машина туҡтай, кешеләр сыға һәм ашаған-эскән сүп-сарын, шешәләрен ташлап китә. Ҡайһы ваҡыт усаҡ та тоҡандырып ебәрәләр. Ысынында иһә барыһы ла аңлашыла. Кешеләр тәбиғәткә һоҡланыр өсөн генә түгел, ә ял итергә, пикник ҡорорға ла сыға. Ә бының өсөн эргә-тирәлә йыһазландырылған майҙансыҡтар ҙа, сүп-сар һауыттары ла юҡ. Шуға сүпләйҙәр ҙә. Бындай майҙансыҡтарҙы йыһазландырырлыҡ инвестор табыу беҙҙең өсөн мөһим бурыстарҙың береһе булды, - тип яҙҙы ул.

Бындай инвестор табылған. Хатта берәү генә лә түгел. Беседкалар төҙөлә башлаған да инде. Улар мангал зонаһы, урналар менән йыһазландырыла, өҫтәмә хаҡҡа утын, күмер һатып алырға мөмкин. Был урындар сүп-сарҙан таҙартыласаҡ. Тиҙҙән улар тиҫтәләп, һуңынан тағы ла күберәк буласаҡ тип көтөлә.

 

Фото: https://vk.com/id324000246

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: