Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 14:00

Ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс буласаҡ

Әлеге мәлдә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда “Уңайлы мөхит” һәм “Мәҙәниәт” милли проекттары сиктәрендә капиталь ремонт эштәре бара. Был ике ҡатлы ҙур йорт колхоз көсө менән 1983 йылда төҙөлгән. Шунан бирле уға косметик ремонт ҡына яһалған була.

Ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс буласаҡ
Ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс буласаҡ

Хәҙер мәҙәниәт йорто тулыһынса демонтаж үтә. Ҡыйығы, стеналары яңыртыла, ишектәре, тәҙрәләре алмаштырыла. Иҙәндәр янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеккә яраҡлаштырылып түшәлә.

- Бөгөнгө көнгә электр үткәргестәре тулыһынса эшләнде. Элек сәхнәлә, тамашасы залында ҡараңғы була торғайны, хәҙер, ремонттан һуң, яҡтырып ҡаласаҡ. Яҡтыртҡыстар һатып алынған. Шулай уҡ һыу һәм йылылыҡ селтәрҙәре, канализация яңыртыласаҡ, - тип ихлас уртаҡлашты Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Лилиә Абдуллина. – Артҡы фасад тулыһынса эшләнде, ишектәр ҙә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса ҡуйылды, бина штукатурканан һуң “Короед” менән
эшкәртелде. Инеү урынында инвалидтар өсөн пандус буласаҡ, шулай уҡ эстә бәҙрәфкә барған ерҙә махсус күтәргестәр ҡуйыласаҡ.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йорто ысынлап та күҙгә күренеп йәмләнә, эштәр гөрләп тора. Әлеге мәлдә тышта ҡоймалар яңыртыла, бинаның территорияһында асфальт түшәләсәк.

Бындағы капиталь ремонтты Өфөнән “Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. План буйынса мәҙәниәт йорто 29 сентябрҙә сафҡа индерелергә тейеш, ләкин уның алдараҡ та тапшырылыуы ихтимал.

Дәртле Урман-Бишҡаҙаҡ хәлҡына уңыштар теләп ҡалабыҙ, ошо бинала күркәм сараларҙа бергә йыш йыйылышырға яҙһын.


Автор фотолары.

Ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс буласаҡ
Ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс буласаҡ
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: