Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 22:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ямғыр теләү — халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларының береһе.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Йоланы үткәргәндә һыу ҡойоношоу, һыу инеү төп талаптар булып тора. Йола буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш булмаған. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға һыу һибелгән.

Ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр яуҙырыу өсөн уҡылған истискә намаҙы – ул бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡоролоҡ йылдарында Аллаһы Тәғәләнән нисек ямғыр теләргә өйрәтеп ҡалдырған ғибәҙәте. Шулай уҡ бҽҙҽң яҡтарҙа тишек ҡаҙанды йөҙ түбән әйләндереп, йылғаға батырыу ғәҙәте бар. Тишек ҡоромға буялған ҡаҙан шулай уҡ болот, ямғыр символикаһы булараҡ ҡулланылған.

Йома көндө Һайран ауылы ағинәйҙәрҽ мҽнән бҽрлҽктә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Шиҙҽ йылғаһы буйына ямғыр тҽләргә сыҡты. Тҽләктәр әйтҽп, йылғаға тишҽк ҡаҙанды түңкәрҽп, һыу һибҽшҽп ямғыр саҡырып ҡайттылар. Тҽләктәрҽбҽҙ ысынға ашып, ҽрҙҽ туйындырып ямғырҙар яуһын инҽ.

 

Автор фотолары.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Зөлфиә Ғәзизова.
Читайте нас: