Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 10:00

Петунияларығыҙ шау сәскә атамы?

Был хаҡта үҙенең кәңәштәре менән социаль селтәрҙәге дуҫыбыҙ Гөлдәр Йәғәфәрова уртаҡлаша.    

Петунияларығыҙ шау сәскә атамы?
Петунияларығыҙ шау сәскә атамы?
Оҫта үҫтереүселәрҙең кәңәштәре күп кенә. Шуның иң еңеле һәм осһоҙо тураһында ғына әйтеп китмәксемен. Беҙҙең район үҙәгендәге магазинда ла АЗОФОСКА тип аталған бөртөклө (гранулированное) ашлама бар. Уның составы - 16:16:16 - N:Р:K - азот:фосфор:калий. Белеүебеҙсә, азот һабаҡтарҙы үҫтерә, фосфор тамыр һәм һабаҡ өсөн, ә калий сәскәләргә кәрәк. Яңы сәскәләр яңы һабаҡта барлыҡҡа килә, тимәк сәскә атҡан саҡта ла азот кәрәк була.
 
Норма буйынса 1 аш ҡалағын өймәләп итмәй генә 10 литр һыуҙа болғаталар. Тәүҙә бәләкәй һауытта 40 градус тирәһе һыуҙа иҙеп алырға, алдан ултыртып торһаң да була. Ә бына петуниялар сәскә ата башлағас, һәр һыу ҡойған һайын ашлама ла индереп барыу өсөн (беҙ ашламалы һатып алынған тупраҡҡа смәсмәйбеҙ бит), был норманы 4 тапҡыр кәметергә кәрәк. 0,5 аш ҡалағы ашламаны иҙеп алам да үлсәмдәргә бүленгән һауытыма ҡоям, 1 литрға еткәнсе һыу өҫтәйем. Шуның 500мл -ын, йәғни яртыһын 10 л һыуға ҡушам, икенсе яртыһын тағы 10 л һыуға болғатам. Бына шундай итеп иҙелгән ашламаны һәр һыу ҡойған һайын ҡойорға тип кәңәш бирәләр беҙгә. Эшләп ҡарайыҡ - ДАИМИ - тик шунда ғына һөҙөмтә буласаҡ.
 
Фотола ампель петуния изи вейв 10 - литрлыҡ кашпола ( 1 төп). 5 бөртөк кенә ине орлоғо.
 
Әйҙәгеҙ, уңған хужабикәләр Гөлдәр апайҙың кәңәше буйынса йәй буйы күҙҙәрегеҙҙе ҡамаштырыр, күңелегеҙгә матурлыҡ өҫтәр петунияларығыҙҙы ашлап, шау сәскәгә күмәйек! Сәскәләрҙе нисек үҫтереү хаҡында башҡаларҙан да файҙалы кәңәштәр көтөп ҡалабыҙ.
 
 
 
 
 
Петунияларығыҙ шау сәскә атамы?
Петунияларығыҙ шау сәскә атамы?
Петунияларығыҙ шау сәскә атамы?
Автор:
Читайте нас: