Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 14:00

Олоно ололай белә

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Олоно ололай белә
Олоно ололай белә

Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Суфия МӨХӘМӘҘИЕВАНЫ яҡын-тирәлә яҡшы беләләр. Ғүмеренең 28 йылын ололарҙы ҡарауға бағышлаған социаль хеҙмәткәр күп инәй-бабайҙар өсөн үҙ ҡыҙҙарындай яҡын. Ошо ваҡыт арауығында Суфия Үлмәҫбай ҡыҙы үҙе хеҙмәтләндергән өлкәндәрҙең ихтирамын яулап өлгөргән. Ҡарау ғына ла түгел, йортһоҙ тороп ҡалған оло йәштәге бабайҙы үҙ ғаиләһенә алып ҡайтып, ҡыйыҡлы итә, икмәге менән бүлешә. Шундай оло йөрәкле, мәрхәмәтле кеше ул бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙ.

Кинйәбулат мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем алған Суфияға тиҙҙән уҡыуын ҡалдырырға тура килә. 1980 йылда ауылдашы, класташы Камилға тормошҡа сығып, ауылда төпләнәләр. Бер-бер артлы Илдус менән Илшат улдары донъяға килә. Гөрләтеп донъя көткән ғаиләгә тормош аяҡ сала – 1985 йылда ғаилә башлығы мәрхүм була. Тормош иптәшен юғалтҡанда кесе улы һигеҙ айлыҡ ҡына булып ҡала. Йәш килен ике бала менән ҡәйнәҡайны йортонда йәшәүен дауам итә. Эшкә әрһеҙ, егәрле була. Йорт-ҡураны ҡарап, балаларын тәрбиәләп, балалар баҡсаһында эшләп тә өлгөрә. Шул мәл Алмабикә ҡәйнәһе киленен ситкә ебәрмәҫ өсөн, Ришат улына (Камилдың ҡустыһы) кәләш итә.

- Ришат менән бер-беребеҙгә ылығып, матур итеп донъя көтөп алып киттек. Ул колхозда, аҙаҡ котельныйҙа эшләне. Бер-бер артлы улдарыбыҙ Ирек менән Илгиз тыуҙы. Шулай дүрт уллы булдыҡ. Әммә иптәшем ныҡ итеп ҡыҙ бала теләне, йәнә балалар йортона юлландым. Ҡыҙ түгел, Аллаһы Тәғәлә беҙгә игеҙәк улдар бирҙе, - тип йылмая Суфия ханым.

Суфия менән Ришат Мөхәмәҙиевтар алты ул үҫтереп, утыҙ йыл бергә донъя йөгөн тартып өлгөрә. Тик ғаилә башлығы биш йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Улдарҙың һәр береһе белемле, һөнәрле. Тыуған йорттан ситтә эшләп, ҡорған ғаиләләрендә бәхетле тормош кисерәләр.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Суфия Үлмәҫбай ҡыҙы башта балалар баҡсаһында ашнаҡсы, тәрбиәсе булып эшләй. 1993 йылдың 1 июлендә Байғужа, Кинйәбулат ауылдарына социаль хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнә. Оло йәштәге инәй-бабайҙарға йылы аш ашатыу, аҙыҡ-түлек һатып алыу, өй йыйыштырыу, утын индереү һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү Суфия Үлмәҫбай ҡыҙының көндәлек бурысына инә. Уларға аҙнаһына икешәр тапҡыр йөрөп сыға. Һәр береһенең күңеленә май булып яғылырҙай йылы һүҙҙәр табып, күңел һандығында һаҡланған хәтирәләрен тыңларға ла ваҡыт таба ул. Эш еңелдән булманы, әммә һөнәрем изге, тип ҡыуана геройыбыҙ.

- Тәүге йылдарҙа бер хеҙмәткәргә алты оло кешене ҡарау рөхсәт ителә ине. Аҙаҡ һигеҙгә күтәрҙеләр. Байғужала күпселек инәйҙәрҙең йорттарына газ-һыу үткәрелмәгәнлектән, һыу ташырға, утын алып инергә тура килде. Бер инәй гел дә генә минән фарш үткәртеп, йә ит, йә бәрәңге билмәне эшләтә торғайны. Бер осор Кинйәбулатта мәсет эргәһендәге бинала ҡарттар йорто асылып, 4-5 йыл шунда ла эшләргә тура килде. Аҙаҡ Ишембайҙа ҡарттар йорто асылғас, ауылдағыһы бөтөрөлдө, - тип иҫкә ала Суфия ханым.

Иҫән саҡтарында ярҙам итеү, хөрмәт күрһәтеү генә түгел, баҡыйлыҡҡа күскән бик күп яңғыҙ инәйбабайҙарҙы һуңғы юлға оҙатыша, аҙаҡ етеһен, ҡырҡын да үҙе уҡытып ебәрә.

Байғужа ауылында Хазбулат Ғарифуллин исемле яңғыҙ ҡарт йәшәгән була. Бер йылды йорто янып, күршеләре уны ваҡытлыса торлаҡ тип тимер будкаға йәшәргә индерәләр. Бер нисә йыл йәшәй ул унда. Инсульт үткәреп, телһеҙ ҡала. Ауылдың социаль хеҙмәткәре булараҡ Суфия Үлмәҫбай ҡыҙы уға иғтибар итә, дауаханаға һалдырта. Документтар юллап, ҡарттар йортона урынлаштырырға тырыша. Әммә төрлө сәбәптәр менән унда ла, Ишембай психоневрология интернатына ла ҡабул итмәйҙәр.

- Ике ай дауаханала ятҡандан һуң Хазбулат бабайҙы сығарҙылар, әммә уны ҡабат шул тимер будкаһына алып ҡайтырға күңелем тартманы. Йәлләнем. Иптәшем, улдарым менән кәңәшләшеп, уны үҙебеҙҙең йортҡа йәшәргә алып ҡайттыҡ. Был көндән 13 йыл үтеп тә киткән. Ошо уҡ йылды атайым мәрхүм була. Хазбулат бабай миңә – атай, балаларға олатай урынына тороп ҡала, - тип һөйләй Суфия ханым.

- Бабайҙың бик күп документтары йорто янғанда юҡҡа сыға. Шулай ҙа уның дәрәжәле, танылған кеше икәнлеген эҙләп белдек. Ул Воркута ҡалаһында цирк директоры
булған. Аҙаҡ тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтып, Ишембайҙа училищела бейеү түңәрәген алып барған. Паспортында тыуған урыны тип Ҡалмаҡ ауылы күрһәтелгән. Әсәһе Ҡоҫапҡолда, үҙе Смаҡайҙа йәшәгән, аҙаҡ Байғужаға күсеп килгән. Бабай, һөйләшә алмағанға күрә, юлды ҡулы менән төртөп күрһәтеп барып, Ҡоҫапҡол зыяратында әсәһенең ҡәберен таптыҡ. Йыл һайын 9 майҙа балалар менән унда барып, йыйыштырып китергә тырышабыҙ.

Суфия Үлмәҫбай ҡыҙының хаҡлы ялға сығыуына өс йыл. Бөгөн дә ул гөрләтеп донъя көтә, мал аҫырай, һәр йәй алтмышлап ҡаҙ-үрҙәк алып һимертә. Йәш саҡта уҡыған Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамларға тура килмәһә лә, сәнғәт уны ғүмере буйы оҙата бара. Бөгөн дә ул Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң “Тәйрүк” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Етәкселәре Мәүжиҙә Шәмсетдинова менән ансамбль ҡайҙарға ғына бармай ҙа, ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашып юғары баһаға лайыҡ булмай! Ошо көндәрҙә генә улар Өфөлә үткән Мәрйәм Солтанованың юбилей кисәһенә барып ҡайтһа, әле ансамбль район һабантуйына әҙерләнә. 

Бөтмөр ҙә, өлгөр ҙә Суфия Мөхәмәҙиеваға һоҡланмау мөмкин түгел. Кешелеклелек, мәрхәмәтлелек, итәғәтлелек һәм изгелек ҡылыу кеүек күркәм сифаттарҙы туплаған ул үҙенә. Кешеләргә күрһәткән изгелеге йөҙләтә артып үҙенә ҡайтһын, тигән теләктәбеҙ.


Автор фотоһы һәм ғаилә архивынан.

Олоно ололай белә
Олоно ололай белә
Олоно ололай белә
Олоно ололай белә
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: