Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2023, 15:00

Ишембайҙа хирургтар яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алған

Ишембай үҙәк район дауаханаһы хирургтары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға ҡатмарлы операция яһаған. Улар «Гелик» ҡушаматлы егеттең тәненән снаряд ярсыҡтарын алған.

Ишембайҙа хирургтар яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алған
Ишембайҙа хирургтар яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алған

Хакимиәт башлығы Азат Ишемғоловтан билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ артиллерия уты аҫтында ҡалған. Өс ай Белгород һәм Мәскәү госпиталдәрендә дауаланған. Өйөнә ҡайтҡас, уға урындағы табиптар операция эшләгән.

«Әле «Гелик» реабилитация үтә. Хәле ҡәнәғәтләнерлек. Табиптарыбыҙға тулыһынса ышанам, уйлап та тормайынса, тыуған районымда операция яһатырға ризалаштым, ти. Яралы яугиргә хирургтар Денис Хәлимулла улы Камалов һәм Илнур Әхмәт улы Хөсәйенов операция эшләгән. Тиҙерәк һауығып сығыуығыҙҙы теләйем, табиптарға рәхмәт!» - тип яҙҙы Ишембай районы етәксеһе.

 

Ләйсән Закирова

Фото: https://vk.com/id584931685

Ишембайҙа хирургтар яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алған
Ишембайҙа хирургтар яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алған
Ишембайҙа хирургтар яугирҙең тәненән снаряд ярсыҡтарын алған
Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас: