Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2023, 10:00

Быуындар һыҙлағандан бик шәп дауа

Был рецептың шифалы икәненә күптәр инанған.

Быуындар һыҙлағандан бик шәп дауа
Быуындар һыҙлағандан бик шәп дауа

Әремдең шифаһы хаҡында күп яҙыла. Был юлы быуындар һыҙлағанды шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Хуш еҫле әремде йыйып, быяла банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: был ваҡыт үткәс, һүндереп, шунда һыуынғансы ултырһын. Һуңынан инде майҙы һөҙөп алырға була. Бына бик шифалы май әҙер ҙә. Кис ауыртҡан-һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуып ятһаң шифаһы ҙур. Берҙән, арыған-талсыҡҡан аяҡ-ҡулға массаж булһа, икенсенән, ауыртыу баҫылып ҡалыр.

 

 

Автор:
Читайте нас: