Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 12:00

Изге күңелдән!

Ҡәҙерле әсәйебеҙ һәм өләсәйебеҙ Нурия Шәйәкбәр ҡыҙы ҒҮМӘРОВАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

Ҡәҙерлебеҙ! Тормош һине бары тик бәхетле көндәр һәм ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән ҡыуандырып торһон. Һиңә ҡоростай һаулыҡ, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Беҙ һине бик яратабыҙ!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәре менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: