Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 14:00

ИЮНДӘ ЙЫЙЫП ҠАЛ

Боланут (Иван-чай). Сәскә атҡан мәлендә йыйырға кәңәш ителә. Япрағы ла, сәскәһе лә файҙалы. Был үлән тынысландырыу көсөнә эйә, баш ауыртыуын баҫа, ашҡаҙан яраһын йүнәтә, гастриттан дауалай, аш эшкәртеүҙе яҡшырта.

ИЮНДӘ ЙЫЙЫП ҠАЛ
ИЮНДӘ ЙЫЙЫП ҠАЛ
Күк сәскә (Василек). Елһенеүҙе баҫа, һейҙек, үт һыуын ҡыуыу һәләтенә эйә. Сәйгә хуш еҫ өҫтәй.
 
Ҡарағат (Смородина). Емешендә лә, япрағында ла С витамины бик күп. Минералдарға, эфир майҙарына бай. Аллергия, авитаминоз, быуындар һыҙлағанда ныҡ файҙалы.
 
Ҡайын еләге (Земляника). Организмдан токсиндарҙы сығара, бөйөргә, бауырға, ашҡаҙан-эсәккә файҙалы. Ҡан составын яҡшырта, организмды нығыта.
 
Туҡранбаш (Клевер). Тын юлдары өсөн яҡшы, һалҡын алдырғанда ҡаҡрыҡты сығарыу һәләтенә эйә, йүтәлдән, астманан дауалай. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы. Ҡалҡан биҙе сирләгәндә был үлән ярҙамға килер.
 
Йүкә сәскәһе (Липовый цвет). Унан бал еҫе аңҡып тора, шуға ла уны өҫтәгәндә сәй хуш еҫле. Елһенеүҙән ярҙам итә, температураны баҫа. Һыуыҡ тейҙергәндә ауырлы ҡатындар ҡурҡмайынса эсә ала.
 
 
Автор:
Читайте нас: