Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 13:00

Эштәр планға ярашлы алып барыла

Ишембайҙа Матросов исемендәге үҙәк паркты һәм Башҡортостан нефтен тәүләп асыусылар майҙанын төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Ишембай районы муниципаль районының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Ринат Урал улы ЮЛҒОТЛИН менән ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында әңгәмәләштек.

Эштәр планға ярашлы алып барыла
Эштәр планға ярашлы алып барыла

- Ринат Урал улы, Башҡортостан нефтен тәүләп асыусылар майҙанын реконструкциялау эше нисек бара?

- 2022 йылда майҙанды реконструкциялауҙың тәүге этабы уҙҙы. Эштәр тулы күләмдә башҡарылды. Был этапта майҙанды һүтеү, электр менән тәьмин итеү кабелдәрен һалыу һәм яҡтыртыу таяуҙары аҫтына деталдәр урынлаштырыу, видеокүҙәтеү өсөн таяу ҡуйыу менән видеокүҙәтеү кабелдәрен һуҙыу, ҡоҙоҡтар ҡуйып һыу менән тәьмин итеү торбаларын, канализация торбаларын һалыу, инвалидтарға япма һәм пандус өсөн быраулау свайҙарын ҡороу кеүек эштәр башҡарылды. Эште «СТК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең подряд ойошмаһы алып бара. 2023 йылда икенсе этапҡа ярашлы эштәр алып барыла, быйыл түбәндәге эш төрҙәре планлаштырылды: видеокүҙәтеү камераларын, яҡтыртыу таяуҙары һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу, майҙанда амфитеатр ҡороу, асфальт, тротуар плиткаһы, брусчатка, граниттан япмалар һалыу, күп кимәлле эскәмйәләр һәм граниттан тәпәш рәшәткәләр ҡуйыу.

Икенсе этапты тамамлау июль аҙағына планлаштырылған. Эштәрҙең өсөнсө этабы бөтә майҙанды солғап аласаҡ һәм һуңғыһы буласаҡ. Эштәр тамамланғас, ҡала халҡының ял итеү өсөн яңы урыны барлыҡҡа киләсәк, бында амфитеатр, ял итеү зоналары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ. Шулай уҡ сауҙа, халыҡты хеҙмәтләндереү һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә бәләкәй бизнес эшләү өсөн майҙансыҡтар эшләйәсәк.

- Ишембай халҡы социаль селтәрҙәрҙә Губкин урамындағы аллеяның торошона зарлана. Ҡала халҡы плитканың былтыр йәй генә һалыныуына ҡарамаҫтан ҡыштан һуң
йәйәүлеләр йөрөй торған япманың күтәрелеүенә асыулана... 

- Иҫкәрмәләр ғәҙел. Подряд ойошма был урында эштәрҙе минус булған температурала башҡарҙы – һәм был шуның һөҙөмтәһе. Гарантия йөкләмәләре сиктәрендә «Башкиравтодор» подряд ойошмаһы Губкин аллеяһы һәм урамы буйлап бөтә етешһеҙлектәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе бөтөрөү буйынса эштәр башҡара, шулай уҡ был объект буйынса ниндәй ҙә булһа өҫтәмә етешһеҙлектәр асыҡланһа, подрядсыға ҡарата дәғүә эштәре барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе алып барыласаҡ. 

- Гәзит уҡыусыларҙы Ағиҙел буйындағы ял итеү урыны ла борсой. Унда төҙөлөш эштәре ҡасан тамамланасаҡ?

- Бөтә эштәр ҙә 2022 йылда подрядсы тарафынан тапшырылды һәм эштәр тамамланды. Төҙөлөш буйынса етешһеҙлектәр быйыл подрядсы тарафынан гарантия йөкләмәләре сиктәрендә бөтөрөләсәк, ағас түшәмдәр элементтарын алмаштырыу, ташҡындан һуң ҡом һибеү буйынса эштәр планлаштырылған.

- Матросов исемендәге үҙәк паркта ла ремонт эштәре башланды...

- Паркта эштәр график планына ярашлы алып барыла. Был объектта һүтеү эштәре башҡарылды, әлеге ваҡытта канализация, һыу үткәреү системаларын, электр менән тәьмин итеү, видеокүҙәтеү, япма нигеҙҙәрен монтажлау буйынса эштәр алып барыла.

- Ишембайҙа һыу инеү миҙгеле ҡасан асыла? Ҡала халҡын пляждар ҡабул итергә әҙерме?

- Ҡалала ике пляж әҙерләнә - Ағиҙел һәм Тәйрүк йылғалары буйында. Бөгөн ошо объекттарҙа һыу инеү миҙгелен асыуға әҙерлек эштәре алып барыла, пляжды асыу 10 июнгә планлаштырылған.


Автор фотолары.

Эштәр планға ярашлы алып барыла
Эштәр планға ярашлы алып барыла
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: