Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2023, 15:00

“Йәнкиҫәк” йәрле итте

Ике йыл элек булды был хәл. Яҙғы бер көндә Өфөгә әхирәтемә ҡунаҡҡа килдем.

“Йәнкиҫәк” йәрле итте
“Йәнкиҫәк” йәрле итте

Бер аҙ ял итеп алғас, ҡалаға сығып киттек. Биш йыл буйы белем алған ер һағындырған. Йәшлек эҙҙәре ҡалған һәр бина, һәр урам яҡын. Үҙебеҙ уҡыған педагогия университетына инеп сыҡтыҡ, яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙы күреп, һөйләшеп ултырҙыҡ.
Ленин урамы буйлап китеп барғанда йәнә бер танышыбыҙҙы осраттыҡ. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, бер аҙ һөйләшеп торғас, ул:
– Әйҙәгеҙ Милли йәштәр театрына, “Театр яҙы” фестивале бара бит, – тимәһенме!
– Ниндәй спектакль була? – тип һораныҡ икебеҙ бер тауыштан.
– Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” тигән хикәйәһе буйынса әҙерләнгән спектакль.
– Әйҙә!
Студент саҡтағы хәтирәләрҙе һөйләшә-көлөшә театрға килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Халыҡ күп ине. Бына спектакль башланды. Ваҡиға һуғыштан һуңғы осорҙа бара. Миңйыһан исемле үкһеҙ ҡыҙ яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, бала тапҡыһы килә. Сатан, үҙен йәмһеҙ, бүтәндәргә тиң түгел тип ҡабул иткән ҡыҙ үҙенә егеттәр ҡарауына, ғаиләле булырына өмөт итмәй. Шуға ла Санъяр исемле егеттән бала табып үҫтергеһе килә. Әммә уныһы был һүҙҙе ишетергә лә теләмәй – ҡыҙҙы бер нисә тапҡыр ҡыуып ебәрә.
Бигерәк тә Миңйыһандың “Ҡартайған көнөмдә яңғыҙ булғым килмәй, итәкте елгә асып торғандан ғына бала тыумай бит” тип үкһегәнендә тәнемде биҙгәк ҡороштороп алғандай булды. Шул мәл барлыҡ тамашасы миңә һонолоп, һине лә шундай яҙмыш көтә бит, тип ҡарағандай ине. Берсә героиняны йәлләйем, берсә үҙемде. Хатта эстән, юрамал ҡыланманымы икән, тип ошо спектаклгә алып килгән әхирәтемә асыуландым. Ике битем янып бара, сығып ҡына китер инем, халыҡтан оят. Барыһы ла сәхнәгә төбәлгән, шылт иткән тауыш юҡ. Ысынлап та, спектакль ҡыҙғаныс та, фәһемле лә ине. Берәүҙәр ҡулъяулығы менән күҙ йәшен һөртөп ала. Фестиваль бит: таныш артистар ҙа шаҡтай күренә. Етмәһә, беҙҙең эргәлә генә әҫәрҙең авторы ултыра, ейәнен дә алып килгән.
Тамаша бығаса тыныс ҡына йәшәп ятҡан тормошомдо селпәрәмә килтерҙе. Ул төндә илап сыҡтым. Ысынлап та, мин дә бер көндө япа-яңғыҙ тороп ҡалмаҫмынмы? Бығаса әхирәттәрем: “Ни эшләп кейәүгә сыҡмайһың?” – тип һорағанға көлөп кенә ҡарай инем. Яуабын да табам бит әле:
– Нимәгә миңә кейәү? Хәҙер йүнле егеттәр бармы ни?
Баҡтиһәң, улар дөрөҫөн әйткән. Мәктәптә директор урынбаҫары булып эшләүем, үҙемдеке булмаған килеш, кеше балаларын тәрбиәләйем тип зыҡ ҡубыуым, хатта атҡаҙанған исемен йөрөтөүем көлкө тойолдо. Ысынлап әйткәндә, был төндә тәүге тапҡыр үҙемде йәлләп иланым. “Нимәгә өлгәштем һуң?” тигән һорау мейемде сүкене. Тиҙҙән миңә 35 йәш тула. Дөрөҫ, уҡып, диплом алдым, хәләл көсөм менән бер бүлмәле фатирлы булдым. Кешеләрҙән кәм йәшәмәйем тип, бурысҡа бата-бата кәрәкле йыһаздар алып ултырттым. Тәү тапҡыр үҙемдең ошо мөйөшөм ҡотһоҙ булып күренде.
Юлымда дуҫлыҡ тәҡдим иткән егеттәр булды, булманы түгел. Ә мин уларҙы һанламаным. Ни эшләптер хыялымдағы яртым берәүгә лә оҡшамаған мөһабәт кәүҙәле, сибәр, вазифалы урын биләгән кеше булырға тейеш һымаҡ ине. Йәшең үтә барған һайын һиңә иғтибар иткәндәр ҙә кәмей икән. Хәҙер инде, кейәүгә сығып кем бәхетле булған, миңә былай ҙа насар түгел, тигән принцип менән йәшәй башланым.
Спектаклдән һуң мин бөтөнләй икенсегә әүерелдем, үҙемде тәү тапҡыр бахыр хәлендә тойҙом. Ысынлап та, шулай бит. Ауырып китһәм, эргәмдә хәлемде һорашырҙай, кәрәк булһа, аптеканан дарыу һатып алып инерҙәй кешем дә юҡ. Киләсәгемде, ҡартлығымды күҙ алдына килтереү ҡурҡыныс булып китте, тиҙерәк үҙ яртымды табып, әсә булыу хыялы бөрөләнде.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәре хаҡ икән. Көндәрҙең береһендә бер уҡыусымдың фатирына барырға тура килде – тәртибе аҡһай. Шуныһы ғәжәп: уҡыусыларымдың атай-әсәйҙәрендә сәй эсеп ултырғаным булмаһа ла, был юлы үҙем йәштәрҙәге ҡатын өлтөрәп торғас, баш тарта алманым. Бигерәк ихлас ханым ине. Мин, ғәҙәттә, бүтәндәргә тормошом хаҡында асылып бармайым. Бер ҡараһаң, нимә тип һөйләйем? Яңғыҙмын, балаларым юҡ, типме? Әммә был юлы телем үҙенән-үҙе асылды ла ҡуйҙы. Һөйләшеп ултыра торғас, Фәриҙә ханым:
– Әйҙә, һеҙҙе берәү менән таныштырам, – тимәһенме!
Минең ризалығымды ла көтмәй, тегенең хаҡында һөйләй башланы:
– Һәйбәт егет, ауылдаш. БДУ-ны тамамлап, хәҙер инде әллә нисә йыл Себерҙә эшләй, фатиры ла, яҡшы машинаһы ла бар, тик йөрөгәс йөрөй инде. Ата-әсәһе лә уңған, ауылда хөрмәтле кешеләр. Теге ваҡыт ауылға ҡайтҡанда әсәһен күргәйнем. “Шул улым өсөн борсолоуым, эше бигерәк яуаплы, алы ла, ялы ла юҡ тигәндәй, һис кенә лә бушай алмай. Шулай яңғыҙ ҡартайырмы икән, тип ҡурҡам. Йәше үтеп барғас, әллә ни сығып та йөрөмәй. Электән кеше менән аралашып барманы”, – тине.
Башҡа ваҡытта, ни эшләп кейәүгә сыҡмайһың, берәйһе менән таныштырайыҡ, тиһәләр, мин һеҙҙән кейәү һорайыммы, кәрәк булһа, үҙем дә табам, ғәрип түгелмен әле, тип ҡырҡ һүҙгә етһәм, был юлы уҡыусымдың әсәһен ихлас тыңланым. Ә бер айҙан “теге” йәйге ялға ҡайтып, беҙҙең юлдар осрашты. Хәҙер инде бер йәшлек ҡыҙ үҫтерәм. Бәләкәсемде тупылдатып һөйгән һайын тормошомдо икегә бүлеп ҡарайым да әсә булғанға тиклемгеһен йәлләйем. Ниндәй оло бәхеттән мәхрүм булып йәшәгәнмен! Ул әсәйемдең ҡыуаныуы, ул иремдең яҡындарының шатланыуы!
– Балаҡайым, хәҙер һинең өсөн тынысмын, Хоҙайым тигеҙ ғүмер насип итһен, – ти әсәйем. Ә мин эстән генә, бының өсөн яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа, “Йәнкиҫәк” спектакленә рәхмәт әйтергә кәрәк, тим. Әлдә шул ваҡыт театрға барғанмын.

 

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фәйрүзә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: