

Әзербайжан парламентының аграр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Сабир Гаджиев һүҙҙәренсә, делегацияның килеүе Советтар Союзы осороноң данлыҡлы дәүләт эшмәкәре Гейдар Адиевтың 100 йыллыҡ юбилейына арналған саралар сиктәрендә планлаштырылған. Гейдар Алиев заманында бойондороҡһоҙ Әзербайжанды етәкләгән.
- Бындай саралар Рәсәй Федерацияһының күпселек субъекттарында уҙғарыла. Беҙҙең делегация Башҡортостанға килеп, республика етәкселеге менән осрашыу уҙғарҙы.
Күркәм осрашыуҙар һәм ваҡиғалар булды, - тине Сабир Кямал оглы. – Бөгөн иһә беҙ Ишембай һәм Баҡы нефтселәренә бағышланған һәйкәлдең нигеҙен асыу сараһына йыйылдыҡ. Был ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҙур әһәмиәткә эйә була. Һеҙҙең ҡалаға һәм уның халҡына һоҡланыу белдерәбеҙ. Дөйөм әйткәндә, миңә Башҡортостандың ҡунаҡсыллығы, беҙҙе хөрмәт менән ҡаршы алыуҙары оҡшаны. Ишембайҙарға һәм республика халҡына артабан да үҫеш, уңышҡа өлгәшеүҙәрен теләйем. Ә беҙ иһә хәҙер һеҙгә йыш килеп торорбоҙ, тип уйлайым. Шуны ла билдәләп үткем килә: “Башҡортостанды – икенсе Швейцария” тиҙәр. Был тик тәбиғәтегеҙгә генә ҡағылалыр. Сөнки һеҙҙән бөркөлгән күңел йылылығын унда осратмайһың. Был йәһәттән Башҡортостан - “беренсе Швейцария”.
“Ҡара алтын” табылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡалабыҙҙы икенсе Баҡы тиҙәр. Баҡы нефтселәре беҙҙең республикала 20-се быуаттың 30- 40-сы йылдарында башҡорт нефтен үҙләштереүҙә ҡатнаша.
- Иң тәүҙә еңел булмаған, әлбиттә. 1932 йылдың беренсе кварталында 1340 метр ер быраулау планы ҡуйыла, әммә ысынында 148 метр ғына ер быраулана. Данлы 702- се скважина ҡорамалдары боҙолоу сәбәпле эшләмәй. Аҙаҡ Ишембай ҡасабаһына Баҡынан Сергей Логинов етәкселегендәге тәжрибәле быраулаусылар килә. Улар 702-се скважиналағы аварияны бөтөрөү эшенә тотона, - тип билдәләне үҙ сығышында муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов. – Ремонттан һуң 1932 йылдың 16 майында скважинанан көслө нефть фонтаны урғыла. Бөгөн беҙ дуҫлыҡтың дауам итеүен күрәбеҙ. Ишембайҙар исеменән Әзербайжандан коллегаларға, дуҫтарға тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыуҙары, ике дәүләт һәм халыҡ араһында һалынған дуҫлыҡ күпере өсөн рәхмәт белдерәм.
- Беҙҙең ҡала – башҡорт нефтенә нигеҙ һалыусы булараҡ һәм уның тарихын дауам итеүе бик билдәле, - тине Ишембай районының депутаттар советы рәйесе урынбаҫары Олег Агафонов. – Үҙ ваҡытында нефть ятҡылығын табыуҙа һәм “ҡара алтын” сығарыуҙа беҙгә Әзербайжандан коллегалар ярҙам күрһәтә. Уларға еңел булмаған шарттарҙа разведка алып барырға, тәүге нефть тоннаһын табырға тура килә. Әзербайжан хөкүмәте ярҙамында Ишембайҙа халыҡтар дуҫлығы иҫтәлегенә матур монумент төҙөләсәге шатлыҡлы, әлбиттә. ЗАГС эргәһендә урынлашасаҡ монумент ҡалабыҙҙың сираттағы иҫтәлекле урынына, Ишембай халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ял урынына әүерелер, тип уйлайым. Был ваҡиға беҙҙең ҡалала тарихты онотмауҙарына тағы бер ишара.
Ҡунаҡтар район хакимиәте башлығы һәм “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционер нефть компанияһының Ишембай филиалы етәксеһе менән Ватан өсөн һуғышта һәләк булған Ишембай нефтселәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды, “Әбей-вышка” мемориаль комплексында, “Торатау” визит-үҙәгендә булды, Ленин исемендәге майҙанды ҡараны, Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында алып барылған эш барышы менән танышты.
- Майҙанды ремонтлауҙары яҡшы күренеш. Ул халыҡ өсөн уңайлы буласаҡ. Бынан тыш, был ваҡиға беҙҙең Әзербайжан менән сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу өлкәһендә дуҫлыҡ билдәһе лә, - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров. – Киләсәктә Баҡыла Башҡортостан көндәре лә булыр. Һәр хәлдә киләһе йылға беҙ ошондай сара планлаштырабыҙ. Хеҙмәттәшлек тураһында һөйләгәндә “икенсе Баҡы” “беренсеһе” менән бәйләнештә үҙен күрһәтергә тейеш, тип уйлайым. Ишембайҙы иһә, ысынлап та, Баҡы менән дуҫлыҡ бәйләй.
Автор фотоһы.