

Бынан тыш бағаналарҙа ут яҡтыртҡыстары алмаштырылып, ауыл төнгө ваҡытта тағы ла яҡтыраҡ булып ҡалды. Тирә-яҡты тәртиптә тотоу йәһәтенән юл буйҙарында үлән сабылды.
Ауылдаштар тырышлығы менән Ҡашалаҡбаш һәм Аникеевкский ауылдары зыяраттарында өмәләр уҙғарылып, сүп-сар сығарылды. Аникеевкский ауылында шулай уҡ һыу скважинаһы ремонтланды.
Төҙөкләндереү эштәре планға ярашлы йәйен дә дауам итәсәк, тип белдерҙеләр ауыл биләмәһе хакимиәтенән.
Фотолар Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте архивынан.