Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 13:00

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

.

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп,
Үҫһен әле илдә балалар.

Бөгөн Ишембайҙың Ленин майҙанында кескәйҙәр өсөн сағыу байрам үтте.

Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Ишембайҙа ла был сағыу байрам бик күңелле үтте. Кескәйҙәрҙе Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин бәләкәстәрҙе ҡотлап уларға бәхетле, тыныс ғүмер теләне. Был көндө балалар өсөн төрлө уйындар, викториналар, флешбом ҡаралғайны.

Байрам тураһында тулы мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: