Йәмғиәт
28 Май 2023, 08:00

Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа

28 май – Сик һаҡсылары көнө

Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙаСиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа
Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа

1918 йылдың 28 майынан билдәләнеп килгән Сик һаҡсылары көнө – илебеҙҙә хөрмәтле һәм абруйлы байрамдарҙың береһе.

Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала.

Аҙнай ауылынан Фәнзил Йөҙөмбаев та 2001-2003 йылдарҙа тап ошо ғәскәрҙәрҙә хәрби хеҙмәтен үтәй. Әрменән ҡайтыуына ошо көндәрҙә теүәл егерме йыл тула.

- Беҙҙең ғаиләлә һәр ир-егет әрме мәктәбен үтеп, үҙен лайыҡлы күрһәткән. Әхмәҙулла олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, - ти Фәнзил Сәфиулла улы. - Үҙем Наумовкала техникмеханик һөнәренә уҡып, имтихандарҙы алдан тапшырып әрмегә алындым. Дүрт ай Псков өлкәһендә сик буйы һаҡсыһы курсын үткәндән һуң уны Латвия сигенә ебәрәләр.

- Әрме йылдары һис оноторлоҡ түгел: ике йыл хеҙмәт итәһең, һынауҙар үтәһең, туғандарыңды, яҡындарыңды һағынаһың, уларҙан хаттар көтөп алаһың. Тулыһынса снарядтар тағып ҡырҡышар километр марш-брасок йүгерә торғайныҡ. Бергә хеҙмәт иткән бер төркөм егеттәр Чечня һуғышына юлланды, - тип иҫкә ала ул. - Сик буйын һаҡлау иғтибарлы һәм һиҙгер булыуҙы талап итә. Әле булһа хоҡуҡ, тәртип боҙоусыларҙы ҡулға алған мәлдәр хәтерҙә. Күпме йылдар үтһә лә, бергә хеҙмәт иткән Өфө, Ишембай, Ырымбур, Брянск егеттәре менән бәйләнештәбеҙ.

Әрменән ул төрлө наградалар менән ҡайта. Командиры иҫтәлеккә сәғәт тә тапшыра. Ҡайтыу менән Салауат ҡалаһында “Стройэксплуатация” ойошмаһында хеҙмәт юлын башлай. Фәнзилдең бар булымышы төрлө техника менән бәйле тиһәк һис арттырыу булмаҫ. Үҙен ул водитель дә, механик та, слесарь ҙа, тракторсы ла, ти. Хәрби әҙерлеге һәм сыҙамлылығы уға ғүмер буйы аяғында ныҡлы баҫып торорға ярҙам итә. 2007 йылда Гөлфинә исемле һылыу менән ғаилә ҡороп, Азат һәм Азалия исемле балалар үҫтерәләр. Бөгөн ғаилә башлығы Себер тарафында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ялға ҡайтҡан мәлдәрендә лә тик ятмай, механик булып эшләп өлгөрә.

- Илебеҙҙә махсус хәрби операция бара. Үҙ фекеремде белдереп, шуны әйткем килә: ирмен тигән ир ҡасып ҡалырға тейеш түгел. Үҙ Ватанын һаҡлау һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Улымдың да әрмелә хеҙмәт итеүен теләр инем, - ти Фәнзил. – Ҡайһы бер егеттәр хәрби комиссариатҡа саҡырылғас элиталы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләк белдерә. Миндә лә тәүҙә шундай теләк бар ине. Тик ваҡыты менән генә һәр ғәскәрҙең дә дәүләт өсөн мөһим, һәр береһенең дә үҙ тәғәйенләнеше барлығын аңланым. Барлыҡ ғәскәрҙәр ҙә бер-береһен тулыландыра. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән яҡташтарымды байрам менән ҡотлайым. Барыһына ла сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйем, – ти Фәнзил Йөҙөмбаев.


Фото ғаилә архивынан.

Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа
Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа
Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа
Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа
Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа
Сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас