

Евгений Анатольевич КОРОВНИКОВ Салауат индустриаль колледжын тамамлағандан һуң Ишембай махсуслаштырылған химия катализаторҙары заводына эшкә урынлаша. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас эшенә кире килә. Цех начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарған егет тиҙҙән буласаҡ тормош иптәше Маринаны осрата. Карьера үҫеше һәм ғаилә тураһында беҙ махсуслаштырылған химия заводының производство начальнигы Евгений Коровников менән һөйләштек.
- Ни өсөн һеҙҙе оператор вазифаһынан һуң начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр?
- Заводҡа кеүек үк производствоға ҡыҙыҡһыныу ҙа армияла хеҙмәт иткәндән һуң да һаҡланғайны. Мине етәкселеккә әңгәмәләшеүгә саҡырҙылар. Ул ваҡытта
производство начальнигы булып Маяк Илья Фёдорович эшләй ине, тап ул минең мөмкинлекте күрә, ыңғай баһа бирә. Мине эшкә ҡабул иттеләр. Шул ваҡыттан алып цех начальнигы урынбаҫары, артабан производство начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләндем, ә хәҙер - производство начальнигы.
- Ни өсөн вазифала шул тиклем тиҙ үҫтегеҙ?
- 2009 йылда, производство начальнигы урынбаҫары булған саҡта, предприятиела 40-лап кеше эшләй ине. Бик бәләкәй производство булды. Мин яуаплы, йүнсел, ә иң мөһиме - ҡыҙыҡһыныусан кеше. Ваҡыт үтеү менән етештереү артты, завод етештергән продукция исемлеге киңәйҙе һәм шуға ярашлы яңы технологик
процестар индерелә башланы, уларҙы үҙләштереү менән миңә шөғөлләнергә тура килде. Тиҙ яраҡлаша белеү һәм үҙ көсөмә ышаныу миңә завод менән бергә үҫергә мөмкинлек бирҙе.
- Карьера үҫеше һеҙгә нисек тәьҫир итте?
- Производство начальнигы урынбаҫары булып эшләй башлағас тәүҙәрәк, тәжрибә булмағанлыҡтан, ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо булды. Ул саҡта предприятиела өлкән, төплө белгестәр күберәк ине. Хәҙер компанияла йәштәр эшләй - уртаса 36 йәш. Ул ваҡытта сәнәғәтселәр - бүреләр кеүек, улар менән көрәшеп, бында булырға хоҡуғым барлығын иҫбатларға тура килде. Хәҙер ҡурҡыу юҡ. Эшеңде белһәң, ҡурҡырға урын юҡ. Яңы продукция етештереү яңы технологик процестарҙы индереү һәм уларҙы көйләү менән бергә алып барыла. Проектлауҙан алып әҙер продукция сығарғанға тиклем был процестар өсөн яуаплымын.
- Тәжрибәһеҙ хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу ауырыраҡмы, әллә электән эшләгәндәрҙе яңынан уҡытыумы?
- Яңынан уҡытыуы ҡыйыныраҡ. Хәҙер миңә 400-ләп кеше буйһона, әңгәмәләшеү барышында хәл иткес булмаһа ла, төп ролде кешенең йәше уйнаясағын барыһы
ла белә. Башҡа өлкәләрҙә эшләгән кешегә яңынан уҡыу ауыр бирелә һәм уға катализаторҙар етештереү үҙенсәлеген аңлауы ла ҡатмарлыраҡ - илдә быға өйрәтмәйҙәр, ә сифатлы катализаторҙар етештерергә үҙебеҙҙең заводта ғына өйрәнергә мөмкин.
- Ҡатынығыҙ менән нисек таныштығыҙ?
- Заводта. Ул юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң бында эшкә урынлашты. Мин 2009 йылдың июнендә армиянан ҡайттым, ә ул сентябрҙә килде. Шулай осраштыҡ та.
- Ҡатынығыҙ менән бер ойошмала эшләйһегеҙ. Өйҙә лә, эштә лә бергә булғанлыҡтан арағыҙҙа бәхәстәр булмаймы?
- Юҡ. Ул проект бүлегендә эшләй, ә мин - производствола. Эшмәкәрлектең төрлө өлкәләре, шуға эш буйынса ла беҙ һирәк осрашабыҙ.
- Балаларығыҙҙы һеҙҙең эшмәкәрлек өлкәһе үҙ итеүенә тәүшарттар бармы?
- Әлегә әйтеүе ҡыйын. Беҙҙең ике улыбыҙ бар: өлкәне - беренсе класты тамамлай, ә кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Производствола эшләү ғилмитикшеренеү эшмәкәрлегенән алып технологик аппараттар һәм механизмдарҙы белеүгә тиклем төрлө даирәне үҙ эсенә ала. Шуға күрә балаларыбыҙға, уларҙың йәшенә ҡарап, нимә ҡыҙыҡлы булыры әлегә билдәһеҙ. Мин үҙем дә мәктәптә уҡыған сағымда уҡ техника менән ҡыҙыҡһына башланым, сөнки атайым баш механик булып эшләне һәм йыш ҡына мине үҙе менән ала ине. Был ҡыҙыҡһыныу әле лә һаҡлана. Шуға күрә заводтағы ҡулайламалар өсөн барлыҡ тиерлек ҡорамалдарҙы һайлап алыуға мин яуап бирәм.