Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 10:00

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

26 май – Рәсәй Эшҡыуарлығы көнө

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Хөрмәтле эшҡыуарҙар!

Һеҙҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә сағыштырмаса йәш булған Рәсәй эшҡыуарлығы илебеҙҙең иҡтисади үҫешенең төп йүнәлеш биреүсе көсө булырға өлгөрҙө. Эшҡыуарлыҡ халыҡтың ихтыяжына яуап бирә, яңы эш урындарын булдырыуға булышлыҡ итә, һалым керемдәрен арттыра, йәшәү сифатына йоғонто яһай. Йылдан-йыл Ишембайҙың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығы роле лә үҫә. Муниципаль район иҡтисадында эшләүселәрҙең дөйөм һанының 62,4 проценты эшҡыуарлыҡта мәшғүл. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары урындағы ҡаҙнаға 36,9 процент керем индерҙе. Бөгөн илдә һәм республикала ыңғай эшлекле климат булдырыу өсөн күп нәмә эшләнә. Шул уҡ ваҡытта бизнесберләшмәләрҙең уңышы туранан-тура эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренән, уларҙың идаралыҡ һәм технологик инновациялар өсөн асыҡ булыуынан, заманса сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә әҙерлектәренән тора.

Муниципаль район эшҡыуарҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Барығыҙға ла алға ҡуйған ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, тотороҡлоҡ, эшегеҙҙең сәскә атыуын, уңыштар һәм именлек теләйем! 


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фотолар редакция архивынан.

Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Автор:
Читайте нас в