Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 13:00

Эшенән, тормошонан йәм табып

26 май - Рәсәй эшҡыуарлығы көнө

Эшенән, тормошонан йәм табып
Эшенән, тормошонан йәм табып

Эшҡыуар Руфина Әнүр ҡыҙы ФӘТХЕТДИНОВА Ишембай ҡала баҙарында 11 йылдан артыҡ дини тауарҙар менән һатыу итә.

Тауарҙар сит илдәрҙән килтерелә. Унда нимәләр генә юҡ. Мысыр, Пакистан, Һиндостан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстанынан килтерелгән биҙәнеү әйберҙәре, картиналар, сәғәттәр, яулыҡтар, китаптар, тәбиғи косметика, һаулыҡҡа ярҙам иткән Пәйғәмбәребеҙ сөннәте буйынса ҡушылған дауалау саралары һәм башҡалар.

- Был эште тәүҙә биш йыл буйы Мысырҙа йәшәп, уҡып ҡайтҡан бер туған ағайым Илшат Хафизов башлағайны. Ун бер йыл дауамында хажиларҙы Мәккәгә хаж ҡылдырырға йөрөттө. Ул үҙе 200 төрлө китап сығарҙы. Беҙ ағайым менән бергә Мысырҙың Ҡәхирә ҡалаһында Әл-Әзһәр университетында белем алдыҡ. Ул Ишембайға ҡайтып динде таратыуҙа ҙур эш башҡарҙы. Алған белемдең халыҡҡа ярҙамы тейергә тейеш, тип миңә лә халыҡты дингә өйрәтеү буйынса эшлә тип өндәне, - ти Руфина Әнүр ҡыҙы.

Дини белемең булмайынса дини әйберҙәрҙе һатып булмай. Мәҫәлән, дини картинаны һатҡанда унда ниндәй аят яҙылыуын, нимә хаҡында икәнлеген һәр һатып алыусыға аңлатырға кәрәк. Бик күп кешеләр “Мәликә” магазинына ислам дине нигеҙҙәрен өйрәткән китаптар һатып алырға килә. Намаҙ уҡыу, тәһәрәт, ғөсөл ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ әле тип тә йыш мөрәжәғәт итәләр һатыусыға. Был эш Руфина Әнүр ҡыҙының күңеленә ныҡ яҡын.

- Эшкә ҡанатланып киләм. Магазинды ҡыҙымдың  исеме менән “Мәликә” тип атаныҡ. Әйтергә кәрәк, бында мосолмандар ғына түгел, ә башҡа диндәр халҡы ла күп килә. Улар химияһыҙ, тәбиғи, сифатлы косметикаларҙы ҡулланғандан һуң уның һөҙөмтәләрен күреп, кире килеп беҙгә рәхмәт әйтеп китәләр. Рәхмәтле һатып алыусыларға ҡарап күңел тағы ла нығыраҡ ҡыуана. Мин был урында юҡҡа ғына тормайым тигән уй килә. Хәләл сауҙа итеү Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙҙең ҡушҡан эшенең береһе. Хәләл килем килһә генә, ул бәрәкәтле була. Һәр нәмәлә намыҫ кәрәк. Ҙур рәхмәтемде “Шатлыҡ” баҙары директоры Илдар Хәйрулла улына еткерәм. Уға ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, йомшаҡ күңелле, дингә ыңғай ҡарашлы кеше, - ти Руфина Фәтхетдинова.

Руфина Әнүр ҡыҙы тормош иптәше Салауат Нәжәр улы менән дүрт бала үҫтерә, ғаилә менән дини юлдан баралар. Өс ҡыҙы ла өсөнсө кластан алып ураҙа тота. Руфина ханым 2014 йылда Хажға барып ҡайта. Эшҡыуар төп эшенән тыш гүзәл заттарҙы никах көнөнә лә әҙерләй. Уларға төрлөсә яулыҡтар бәйләп, мәсеткә аҡ юл теләп оҙатып ҡала. Образдар бик матур, интернет селтәрендә төркөм булдырып, фотоларын шунда һала.

Артабан да изге юлдан барып, ҡулыңдан һөйөнөп, халыҡты һөйөндөрөп йәшә, Руфина!


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: