Була бит шундай ҡатындар – фәрештә һымаҡ изге күңелле, оло йөрәкле кешеләр. Ҡапыл нимә тураһында ла һөйләргә белмәй баҙап ҡалған апайҙың улы үҙе тапҡан бала түгеллеген белгәс, аптырау ҡатыш нығыраҡ һоҡландым уға. Әнисә Фәйзрахман ҡыҙы ағаһының һәм еңгәһенең йәтим ҡалған улын дүрт йәштән алып тәрбиәләгән икән. Шуға ла уға әсәйҙәрсә, улым, тип өндәшә. Егет яңыраҡ махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтып, әсәһен һәм үҙенең өс бер туған апаһын ҡыуандырған.
- Үҙемдең бер бөртөк улым Чечняла хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡайны, унан ҡайтҡас, мәрхүм булып ҡуйҙы. Күңел һыҙланыуҙары һаман баҫылмай. Ә ағайымдың улын һәм уның апаларын үҙ балаларым һымаҡ үҫтерҙем, шуға ла улар миңә бик ҡәҙерле, - ти Әнисә Фәйзрахман ҡыҙы. – Махсус хәрби операция башланғас та ул алғы һыҙатҡа барырға теләк белдергәйне. 16 октябрҙә мобилизацияға алынды, махсус хәрби операция зонаһында водитель булып хеҙмәт итә. Беҙ уның теләгенә ҡаршы тора
алманыҡ. “Олатайым да фашизмға ҡаршы көрәшкән, мин дә уның юлын һайларға тейешмен” - тип ҡырт киҫте.
Әнисә апайҙың улы махсус хәрби зонала батырҙарса намыҫлы хеҙмәт итә, ҡурҡыу белмәй, шуға ла уның ҡушаматы “Зәһәр” (“Лютый”). Ошо көндәрҙә ул отпускыла ял иткәндән һуң махсус хәрби операция зонаһына кире юллана.
Яҡташыбыҙҙың имен йөрөп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ, уға уңыштар насип булһын.
Автор фотоһы.