+20 °С
Болотло
Мал заманына яраҡлы электрокөтөүсе сым менән уратып алынған яланда йөрөйәсәк.
Электрокөтөүсене алдан урынлаштырып ҡуйғандар ине инде, ямғыр яумау сәбәпле үлән бик күтәрелеп китә алмау сәбәпле бер аҙ көтәргә тура килде.
Тәүге көн күңелле итеп ир-егеттәр берҙәм булып мал ҡыуҙы, ә хужабикәләр ҡапҡа төптәренән ҡарап ҡалды.
Имен-һау булһын мал-тыуарҙарыбыҙ. Һәр ауыл кешеһенең иң изге теләктәре инде был һүҙҙәр. Яҡшы, имен йәйҙәр килһен!