Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2023, 18:30

Алтын туй – ғүмер бүләге

Бөгөн, 22 май, Ишембайҙа урынлашҡан оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһенда тантаналы сара уҙҙы: Фреда һәм Ассафхан Абзаловтар ғаиләһен алтын туйҙары менән тәбрикләнеләр.

Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге

Ярты быуат бергә иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк-таяныс булып татыу тормош юлы үткән Абзаловтар бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән. Бүлексә мөдире Регина Хөснөтдинова юбилярҙар өсөн йәш саҡтарындағы кеүек никах тантанаһын ойоштороп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Фреда Тимерхан ҡыҙы менән Ассафхан Абзал улы бармаҡтарына алтын балдаҡтар тағып, бер-береһен был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.

Бүлексә хеҙмәткәрҙәре улар өсөн урамда сәскәгә күмелеп ултырған балан эргәһендә фотоға төшөү урынын да әҙерләгән ине. Фреда Тимерхан ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп, йыр ҙа йырлап ишеттерҙе.

 

Абзаловтар тураһында тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары һәм виедоһы.

Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге
Алтын туй – ғүмер бүләге
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас в