Беҙ уларҙың ихатаһына барып ингәндә һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған Суниәт Минеғужа улы ағастан семәрләп биҙәктәр эшләү менән мәшғүл ине. Үҙен балта оҫтаһы тип һанамаһа ла, йортто үҙ ҡулдары менән һалып, тәҙрә ҡапҡастарын, ҡыйыҡ эргә-тирәһен ағастан семәрләп биҙәгән ул. Урамда төрлө техника тороуы ла иғтибарҙы йәлеп итте. Эйе, үҫмер сағынан тракторҙа колхоз баҫыуҙарын иңләп үҫкән Суниәт ағай әле лә техникаға битараф түгел: кәрәк икән тиҙ генә еңел машинаһында ҡалаға елдерә йә мотоциклында ауылда йомошон үтәй, тракторында урманға йөрөй, мотоблок менән баҡсаһын һөрә. Хужабикә иһә аш-һыу бүлмәһендә: беҙҙең килеүгә лә табын әҙерләп ҡуйған ине.
Йорт хужаларының алсаҡ, ҡунаҡсыл булыуҙары тәүге минуттарҙа уҡ күҙгә салынды. Улар менән танышыу өҫтәл артында дауам итте.
Суниәт Минеғужа улы – ғаиләһендә төпсөк бала. Бәләкәйҙән егәрле, эшкә әрһеҙ булып үҫә. Белемде тыуған Этҡол ауылы мәктәбендә алғандан һуң Салауат индустриаль колледжында һөнәр үҙләштерә. Салауат ҡалаһында комбинатта эш башлаған йәш белгес өс йыл әрмелә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайта һәм йәнә үҙ урынында эшен дауам итә. Аҙаҡ янғын часына күсә. Оҙаҡ йылдар Ишембай машиналар эшләү заводында участка начальнигы була. Иптәштәре уға руссалап “Санька” тип тә өндәшә. 2003 йылда хаҡлы ялға сыға. Әммә 75 йәше тулғансы заводта эшләүен дауам итә. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тигәндәй, ул күп тапҡыр Хөрмәт таҡтаһында була, тиҫтәләгән грамота, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә, хеҙмәт ветераны тигән исеме бар.
Динә менән Суниәт араһында тәү күреүҙән мөхәббәт хисе тоҡандымы икән – уныһы билдәһеҙ, ә шулай ҙа бер-береһен тәү тапҡыр Этҡол ауылында күреп-танышҡан йәштәрҙе тормош юлы йәнә Өфөлә осраштыра.
Динә Бикмырҙа ҡыҙы – Күгәрсен районы Нуҡай ауылынан. Әсә тәрбиәһендә үҫкән бер бөртөк бала ул.
- Тыуған ауылымда 8-се класты тамамлағандан һуң, 9-10 кластарҙы район үҙәге булған Мораҡ ауылына йөрөп уҡыным. Ятаҡ булһа ла, шарттары насар ине. Әсәйем фатир белешеп, бик һирәк кенә шунда ҡуна ҡала торғайным. Мораҡ иһә Нуҡайҙан 27 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, унда барып етер өсөн көн дә ике тауға менеп-төшөргә
кәрәк, - тип хәтерләй Динә инәй.
Ике йыл ул тыуған районындағы Тирмән ауылы мәктәбендә уҡыта, бер аҙ Ишембайҙа трикотаж әйберҙәр фабрикаһында эшләп аҡса туплай, кейемен яңырта. Шунан ғына Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Алдан әйтеп үткәнсә, Динә менән Суниәт 1971 йылда Өфөлә осрашып, дуҫлашып китә.
- 1973 йылда Суниәт Күгәрсен районын, беҙҙең ауылды күрергә киләм, тип хәбәр иткәс, олатайым “Беҙҙә ҡыҙ ҡарау йолаһы юҡ, килә икән - никах уҡытабыҙ”, тип йүгереп йөрөп әҙерләнә башлай. Шулай 10 августа ирле-ҡатынлы булдыҡ, - тип йылмайып иҫкә ала Динә инәй.
Ошо көндән татыу пар ғаилә мәшәҡәттәренә сума, Салауат ҡалаһында төпләнә. Динә иптәше эргәһендә – комбинатта тәүҙә медицина пунктында эшләй, шунан хаҡлы ялға сыҡҡансы янғын часында диспетчер була. 1974 йылда ҡыҙҙары Гөлнара, 1979 йылда улдары Фәрит тыуа.
Ихсановтар ғаиләһен дә тормоштоң әсе елдәре урап үтмәй, ныҡлы һынауҙарға дусар итә. Тәүҙә ҡыҙҙары, шунан улдары мәрхүм була. Гөлнараның кескәй генә ҡыҙҙары Луиза менән Элиза өләсәйолатай тәрбиәһендә тороп ҡала.
- Ҡыҙҙарҙы үҙем дауаханаға йөрөттөм, кистәрен сиратлап ваннала йыуындырыр инем. Уларҙың йәш айырмаһы ике йыл. Ейәнсәрҙәремде балаларымдан да артығыраҡ яратып үҫтерҙем. Ауыр мәлдәр ҙә булғандыр, онотолған инде. Ҡыҙҙарға ҡаты һүҙле булманыҡ. Улар ҙа беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Тәртипле, уҡыуға һәләтле булдылар, - ти Суниәт ағай.
Ҡыҙҙар иһә өләсәй-олатайҙарына сикһеҙ рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе.
- Өләсәй менән олатай беҙҙе оло тормош юлына баҫтырыусылар. Улар беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә булды, - тиҙәр ейәнсәрҙәре Луиза менән Элиза. - Олатайым бәләкәйҙән спортҡа һөйөү тәрбиәләне, саңғыла шыуырға, ә өләсәй төрлө тәмлекәстәр бешерергә өйрәтте. Бергәләп сәй табыны артында йыйылғанда һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Улар беҙҙе ихлас тыңлай, барлыҡ башланғыстарыбыҙҙы хуплап, ярҙам итергә әҙерҙәр.
Фәриттең кәләше Альбина менән ҡыҙы Диана ла өләсәй-олатай менән бәйләнеште өҙмәй, ҡайтып йөрөйҙәр. Быйыл Диана Салауат индустриаль колледжын тамамлай.
- Балаларҙы ял һайын һағынып көтөп алабыҙ. Иҫән булһындар тип доға ҡылабыҙ. Тырышып йәшәр кәрәк, хөкүмәттән генә әҙерҙе көтөп ятырға ярамай. Хаҡлы ялға сыҡҡас Этҡолға йәшәргә ҡайтыуыбыҙға бик шатмын. Ауылдаштар тырыш халыҡ. Күршеләребеҙҙән дә уңдыҡ, - тип һөйөнә Динә инәй.
Бына шундай ябай ҙа, һоҡланғыс та ғаилә ул Ихсановтар. Тормошта осраған һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, ғаилә йөгөн бергәләп артабан да алға тарталар.
Автор фотоһы һәм ғаилә архивынан.