Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2023, 15:00

Сифатлы, тәмле, файҙалы

«Һөт продукттары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Ишембай районында һөт продукцияһын етештергән берҙән-бер предприятие. Ул Әхмәр ауылында урынлашҡан, етәксеһе - Андрей Александрович Петраков.

Сифатлы, тәмле, файҙалы
Сифатлы, тәмле, файҙалы

Бер нисә йыл эшләмәгән предприятие урынына ул һөҙөмтәле производство булдырыуға өлгәшә. Андрей Александрович һөйләүенсә, директор булып эшләй башлағас предприятиела производство цехтары тулыһынса яңыртыла, заманса ҡорамалдар һатып алына. Шулай итеп, 2020 йылда заводта ҡайтанан пастеризацияланған һөт сығара башлайҙар, һөт аҙыҡтары продукцияһын етештереүҙе яйға һалалар. Етәксегә «Һөт продукттары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге
тураһында бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Андрей Александрович, һөт бизнесына нисек килеүегеҙҙе һөйләп үтегеҙ әле? 

- Быға тиклем мин айти-компания йүнәлештәренең береһен һәм эре һатыу компанияларын етәкләнем. Идара итеү тәжрибәһе 20 йыл самаһы. Дуҫым һөтсөлөк предприятиеһын күтәрергә тәҡдим иткәс, риза булдым. Завод ҙур түгел, әммә ташландыҡ хәлдә ине, бер нисә йыл ул бөтөнләй эшләмәгән. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәм элек булған контрагенттар алдында бурыстары ла бар ине. Етмәһә, территорияны уратып билгә тиклем үлән үҫкән, тимертоморҙар өйөмө, бысраҡ... Башта ошо проблемаларҙы хәл итеүҙән башланым. Ремонт эштәрен әле лә алып барабыҙ. Һөт бизнесы тураһында һүҙ йөрөткәндә, күп нәмәне нулдән өйрәнергә тура килде.
Яңылышыуҙар ҙа булды, сөнки был бик үҙенсәлекле тема. Иҫке ҡорамалдарҙы ремонтлаттыҡ, яңыларын да һатып алдыҡ.

- Әлеге ваҡытта предприятиеның һөт эшкәртеү күләме ниндәй? Һөттө ҡайҙан алаһығыҙ?

- Эште запас частар, ҡорамалдар һәм улар менән тәьмин итә алырлыҡ компанияларҙы эҙләүҙән башланыҡ. Артабан сеймал менән тәьмин итеүселәрҙе эҙләнек. Предприятие ферманан килгән һөткә туранан-тура бәйле. Шулай уҡ сеймалды Ишембай районы фермаларынан килтерәләр. Ә ауыл халҡынан һөт һатып ала алмайбыҙ, сөнки куар-кодтар, ветеринар белешмәләр талап ителә. Тәүҙә эште заявкаларҙы ҡабул иткән бер операторҙан ғына башлағайныҡ. Бөгөн бухгалтерияла өс кеше эшләй. Хәҙер беҙҙә бындай вакансия юҡ. Беҙ һатып алыусыға тәҡдим итә алған хаҡты ғына билдәләргә мәжбүрбеҙ. Ә һатып алыусы һәр ваҡыт түбән хаҡҡа яҡшы сифатлы
продукция эҙләй. Шуға күрә предприятие ике ағым араһындағы финанс уртаһында ҡала һәм фермер һөттө мөмкин тиклем ҡиммәтерәк һатырға тырыша. Ә һатып
алыусылар продуктты күпкә арзаныраҡҡа һатып алырға теләй. Беҙгә мөмкин тиклем алтын урталыҡты эҙләргә тура килә. 

- Андрей Александрович, предприятиеның эштәре яҡшы бара. Уңыштың нигеҙе нимәлә һәм һеҙҙең продукцияны кемдәр ҡуллана? 

- Бөгөн һөт заводы тәүлегенә өс тоннаға яҡын һөт эшкәртә. Предприятие 7-10 тонна максималь күләм эшкәртә ала. Был саҡта предприятиеға тулы йөкләмә булыр ине. Әгәр ҙә модернизация үткәрһәк, күберәк тә эшкәртә алабыҙ. Бөгөн ихтыяж беҙ эшләй алғандан юғарыраҡ. Хатта «Байрам» кеүек эре селтәргә инә алабыҙ. Әммә финанс проблемаһы бар, 230 магазинға продукция ташыу, өҫтәүенә, түләүҙе кисектереү, был процесты башлау өсөн тағы ла ике миллион һум аҡса кәрәк. Әгәр беҙ уны ике миллионһыҙ эшләтеп ебәрһәк, иртәгә ябыласаҡбыҙ. Әйләнеште арттырыу өсөн компанияның кредиттары бар, әммә уларҙы алыуы ла бик ауыр. 

Заводта пастеризацияланған һөттән алып кефир, ҡатыҡ, эремсек, майға тиклем бөтә һөт продукцияһын сығарабыҙ. Киләсәктә сыр етештереү планы ла ҡарала. Был процесты тормошҡа ашырырға әҙер белгес тә бар. Беҙҙең продукция Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез ҡалаларының ваҡлап һатыу магазиндарында һатыла. Өфөгә «Полушка», «Апельсин» каналдары селтәренә лә оҙатабыҙ.

Бер йыл самаһы элек беҙ һөт ризыҡтарын Ишембай, Мәләүез, Күмертау, Күгәрсен һәм Йылайыр райондары дауаханаларына, приюттарға, диспансерҙарға, коррекция мәктәптәренә, балалар шифаханаларына килтереү кеүек йүнәлештәрҙе үҫтерә башланыҡ. Әйтергә кәрәк, беҙҙең продукцияға ҡатнашмалар ҡушылмай, ул тәмле лә, сифатлы ла.

- Магазин кәштәләрендә бөтә продукция ла һатылып бөтәме?

- Башланғыс этапта ваҡлап һатыу клиенттары менән эшләгән осорҙа яраҡлылыҡ ваҡыты тамамланған продукцияны магазиндан кире беҙгә ҡайтарыу мөмкинлеге булды. Хәҙер беҙ клиенттарыбыҙға уларға кәрәкле күләмдә генә продукция һатабыҙ. Магазин хужаларының да страховкаланыуын яҡшы аңлайбыҙ. Икенсе көндө һатып алыусы
продукциябыҙҙы кәштәләрҙә күрмәүе лә ихтимал. Был һатылмаған продукция ағымын булдырмай. Сөнки был компания өсөн ҙур юғалтыу булыр ине. Беҙ аҡсаны төргәккә, электр энергияһына, сеймалға һалабыҙ.

- Ветерандарға, өлкән быуын кешеләренә ярҙам итәһегеҙме? 

- Эйе, йыл һайын 90 йәштән үткән 22 хеҙмәт ветеранына, Ҡанаҡайҙа йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына һөт продукцияларын алып барабыҙ. Улар бының өсөн сикһеҙ рәхмәтле.

- Хеҙмәт коллективығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

- Предприятиела 26 кеше эшләй, штат тулған. Коллектив ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора тиерлек. Күп кенә хеҙмәткәрҙәр заводта электән эшләгән. Бер нисә кеше һөт ризыҡтары етештереүҙә ҙур стажға эйә. Беҙҙә битараф хеҙмәткәрҙәр юҡ, барыһын да бергәләп эшләйбеҙ, берберебеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Эшселәрҙең хеҙмәт урындарында ниндәйҙер стресс, ауыр тойғолар кисереүҙәренә юл ҡуймайбыҙ, сөнки тормошта былай ҙа проблемалар етерлек. Шуға күрә, дөйөм алғанда, коллективта дуҫтарса мөхит булдырылған. Әйтергә кәрәк, йылына бер нисә тапҡыр завод биләмәһендә өмәләр үткәрәбеҙ. Ҡайҙалыр аҡларға, буярға, ер ҡаҙырға кәрәк. Ауылда ир-егеттәр менән проблема бар, күптәр командировкалар, вахталар буйынса эшләй. Йәштәрҙең дә беҙгә килеүен теләйбеҙ.


Автор фотолары.

Сифатлы, тәмле, файҙалы
Сифатлы, тәмле, файҙалы
Сифатлы, тәмле, файҙалы
Сифатлы, тәмле, файҙалы
Сифатлы, тәмле, файҙалы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: