Йәмғиәт
17 Май 2023, 13:00

Ишембайҙа хирургтар яугирҙең умыртҡа һөйәгенә тейгән пуляны алған

Ишембай үҙәк район дауаханаһы хирургтары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең умыртҡа һөйәгендәге пуляны алған.

Ишембайҙа хирургтар яугирҙең умыртҡа һөйәгенә тейгән пуляны алғанИшембайҙа хирургтар яугирҙең умыртҡа һөйәгенә тейгән пуляны алған
Ишембайҙа хирургтар яугирҙең умыртҡа һөйәгенә тейгән пуляны алған

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, быйыл февраль айында яҡташыбыҙ ҡаты яраланған. Донецк Халыҡ Республикаһы госпиталендә уға тәүге ярҙам күрһәткәндәр, һуңынан Дондағы Ростовҡа һәм Һамарға дауаланырға ебәргәндәр. Бында уның бил тирәһендә пуля тапҡандар. Әммә урында нейрохирургтар булмағас, операция яһамағандар.

«Хәрби хеҙмәттән киткәс, яугир тыуған яғына, Ишембайға ҡайтҡан. Бында ул үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Операция уңышлы үткән. Әле пациенттың хәле ҡәнәғәтләнерлек», - тип хәбәр итте министр.
 
 
 
 
Фото:Айрат Рәхмәтуллин, телеграм-канал
Ишембайҙа хирургтар яугирҙең умыртҡа һөйәгенә тейгән пуляны алған
Ишембайҙа хирургтар яугирҙең умыртҡа һөйәгенә тейгән пуляны алған
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас