Ҡәҙерле нефтселәр һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте ветерандары! Хөрмәтле ишембайҙар!
Йыл һайын 16 майҙа барлыҡ муниципаль район халҡы өсөн иҫтәлекле һәм әһәмитәле дата билдәләйбеҙ. Был көндә, 1932 йылда, Башҡортостан нефтенең тәүге фонтаны урғыла.
Башҡортостандың нефть етештереү сәнәғәте 702-се Ишембай скважинаһынан башланғыс ала. “Ҡара алтын” етештереү арҡаһында яратҡан ҡалабыҙ картала урын ала һәм индустриаль үҙәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә.
Нефтселәрҙе һәм ветерандарҙы, шулай уҡ барлыҡ муниципаль район халҡын ошо иҫтәлекле дата уңайынан ихлас ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге һәм
уңышлы эш теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.