Йәмғиәт
14 Мая 2023, 10:00

Әсәйҙәр һәм улдар

Яңыраҡ махсус хәрби операция зонаһынан отпускыға ҡайтҡан яугирҙарҙың редакцияға килгәне тураһында яҙып үткәйнек. Ул саҡта егеттәр беҙҙең менән үҙҙәре бәйләнешкә сыҡҡайны. Һалдаттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралышыу – бер нимә, ә бына уларҙың әсәләрен күреп һөйләшеү – бөтөнләй икенсе күренеш...

Әсәйҙәр һәм улдарӘсәйҙәр һәм улдар
Әсәйҙәр һәм улдар

Редакцияла осрашыуҙан баш тартманы, өнһөҙ генә ризалашты яугир әсәләре. Был осрашыу, ысынлап та, уларға ныҡ кәрәк булғандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Ваҡыт уҙғаны тойолманы: оҙаҡ һөйләштек, бер-беребеҙҙе ҡатындарса тойҙоҡ, аңлаштыҡ, тағы ошонда күрешергә һүҙ ҡуйыштыҡ.

Улар араһында ике ҡатын – махсус хәрби зонаһына контракт буйынса киткән яҡташтарҙың әсәһе. Улдарын ысын ир-егет, батыр итеп тәрбиәләүҙәре ҡылыҡтарынан, һөйләшеүҙәренән үк күренеп тора ине.

“Ватан, әсәй, балалар өсөн!”

Сания Булат ҡыҙының улы бер ай элек ошондай һүҙҙәр менән юллана махсус хәрби операция зонаһына. Илдәге хәл тураһында асыҡтанасыҡ һөйләшә әсә менән бала, аҙаҡ бер уртаҡ фекергә киләләр. 

- Улым, алғы һыҙаттағы яҡташтарҙы, йәш һалдаттарҙы уйлап, эстән ут йотоп йөрөнө. Уның махсус хәрби операция зонаһына ашҡынғаны алдан уҡ тойола ине, - тип һүҙ башланы Сания апай. – Ә кеше контракт буйынса киткән яугирҙарға үҙенсә ҡарай, төрлө имеш-мимештәр тарата. Тәүҙә ныҡ борсолдом, 48 йәш булһа ла, ул – минең өсөн бала. Һөйләштек, аңлаштыҡ... “Әсәй, аңла, мин унда булырға тейешмен. Типһәң, тимер өҙөрлөк ирҙәр унда нығыраҡ кәрәк. Алғы һыҙаттағы йәштәргә терәк, кәңәшсе булырмын” - тигәс, мин тынысландым. Улымдың тәрбиәһе икенсе төрлө – Совет осоро йәмғиәтендә сыныҡҡан, яҡшы әҙәбиәт уҡып үҫкән. Ваҡытында ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, өлкән сержант дәрәжәһен алған. Йәштән үк шулай теремек, яуаплы һәм намыҫлы булды. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ күрәһегеҙ, эшҡыуарлыҡты ҡалдырып Ватанды
яҡларға китте.

Үҙ теләге менән Шайморатов исемендәге батальонға ҡушылған Реша ҡушаматлы яҡташыбыҙ әле алғы һыҙатта алыша. Уны бында ғаиләһе көтә, махсус хәрби операция
зонаһына китер алдынан олатай булыу бәхетен татый.

- Әлеге мәлдә урамда отпускыға ҡайтҡан егеттәрҙе осратырға була. Беҙ уларға ғорурланып ҡарайбыҙ, - тип дауам итте һүҙен Сания Булат ҡыҙы. – Шулай ҙа, психолог булараҡ әйтер фекерем бар ине. Беренсенән, отпускыға ялға ҡайтҡан яугирҙарға психологик ярҙам үҙәген ойоштороу мөһим. Икенсенән, һалдат әсәләренең союзын булдырырға кәрәк. Сөнки үҙ-үҙен ҡайҙа ҡуйырға, нисек ваҡыт үткәрергә белмәгән әсәләр бар. Ә ойошмала, коллективта беҙ төрлө етди эштәр менән мәшғүл булыр инек.

Сания Булат ҡыҙының идеяһы беҙгә оҡшаны, был хаҡта бергәләшеп уйлашырға һөйләшеп хушлаштыҡ.

Шайморатов генерал исемендәге батальонға тәүгеләрҙән булып ҡушыла

Грузияла, Осетияла, Төньяҡ Кавказда һәм Донбаста хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан “Дэз” ҡушаматлы яугир тураһында яҙғайныҡ. Ә бына уның әсәһе – Анна Васильевна менән беренсе тапҡыр осраштыҡ. Һынын – тура, үҙен тыныс тота ҡатын. Аралашҡанда ла йылмайып ҡына
ипле һөйләшә.

- Улым махсус хәрби операция башланғас та үҙенең алғы һыҙатҡа барасағы тураһында белдерҙе. “Әсәй, был һорау буйынса беҙҙең арала аңлашмаусанлыҡ булырға тейеш түгел. Мин хәл иттем – булды”, - тине һәм тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция зонаһына юлланды, - тип иҫкә ала ҡунағыбыҙ. Анна Васильевна үҙе лә сығышы менән Украинанан, 50 йылдан ашыу Ишембайҙа йәшәй. Ҡасандыр ул шул яҡтарҙа хеҙмәт иткән яҡташыбыҙға кейәүгә сығып, Башҡортостанға күсеп килә.

- Тыуған яҡтар һағындырһа ла, мин кендегем менән ошо ергә береккәнмен. Шуға ла улымды бар күңелдән аңлайым, уның ҡарашын ҡабул итәм, - ти әсә. – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең ата-әсәйҙәр, ағайапайҙар тыныс тормош өсөн көрәшкән. Әсәйем 13 йәшлек ҡыҙ ғына көйөнсә разведкаға йөрөгән. Ошонан һуң нисек тыныс ҡарарға була?

“Дэз” ҡушаматлы яҡташыбыҙ йәрәхәт алғандан һуң гуманитар ярҙам ойоштороуҙар менән шөғөлләнә. Ул киләсәктә күп эҙәрмәндәр әҙерләр һәм илһөйәрҙәр тәрбиәләр, тип ышанабыҙ. Ә әлегә яугир тәжрибә туплай.


Автор фотолары.

Әсәйҙәр һәм улдар
Әсәйҙәр һәм улдар
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас