Йәмғиәт
2 Май 2023, 04:00

Ауыл хәбәрҙәре

1 май көндө Иҫәкәй ауылының Ән Нур мәсетендә ҙур өмә уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Өмә - бер-береңә ярҙам итешеү йолаһы. Күмәкләшеп бергә эшләү, эште бергәләп башҡарыу татыулыҡҡа, берҙәмлеккә килтерә. Эштәр ҙә ырамлы бара. Мәсетте ҙурайтыу тураһында хәбарҙар булған инек. Бына кисә был изге эш ныҡлы башланып китте.

Был сауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү тотондо. Иртәнге сәғәт туғыҙ тулыуға мәсет алды халыҡ менән тулды. Ауылымдың берҙәм, татыу ир- егеттәре дәртләнеп эшкә тотондо, ә ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ аш-һыу әҙерләне. Гөлсинә менән Илдар Алтынбаевтар салған ҡорбан итенән тәмле итеп аш бешереп килтерҙе. Мәсетебеҙҙе ололап килеп вәғәздәр һөйләп, ҡөръән аяттары уҡыған Нәзрулла хәҙрәт менән Иньяр хәҙрәткә бик ҙур рәхмәтлебеҙ.

Шулай итеп төкөмәгә нигеҙ һалынды. 

Ошо изге йорттоң ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын ине! Ил- көндәребеҙ тыныс булһын, донъялар имен торһон. Ауылдаштар дуҫ, татыу, тырыш хеҙмәт менән донъяны матурлап, йәм табып йәшәһен.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас