Йәмғиәт
1 Май 2023, 09:00

Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл

.

Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауылТырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл

Тәбиғәттең йәмле мөйөшөндә
Урын алған Хажы ауылы.
Ишетелә унда тымыҡ көндә
Йылғаларҙың шаулап ағыуы,
Һандуғастың ҡанат ҡағыуы...

тип яҙған үҙ шиғырында ошо ауылда тыуып-үҫкән Хәтижә Ризуанова. Ишембайҙан 27 километр алыҫлыҡта, Ҡарағайлы тауына һыйынып, Шиҙе, Берғамыт йылғаларына уранып ҡына ултырған был бәләкәй ауылда күптәрҙең булғаны барҙыр. Ыласын, Тирмән-Таш, Олимпия өңдәре, Хажы тарлауығы райондаштарҙың ғына түгел, бик күптәрҙең яратҡан ял урыны ул. Беҙ ҙә хажыларҙың нисек йәшәүҙәрен күреп ҡайтыу маҡсатында юлға сыҡтыҡ.

Хеҙмәт менән үткән ғүмер

Ауылдарға сәфәргә сыҡҡанда, ололарға хөрмәт йөҙөнән, иң тәүҙә өлкән йәштәгеләргә инергә тырышабыҙ. Был юлы ла 91 йәшлек Гөлниса Фараева йорто алдына килеп туҡтаныҡ.

Гөлниса Фәйзулла ҡыҙы 1931 йылдың 1 июлендә Арлар ауылында тыуып үҫкән. 19 йәшендә Хажыға килен булып төшкән ҡыҙ булмышын ошо ауыл менән бәйләгән. Тормош иптәше Нәбиулла Минһаж улын биш йыл әрменән көтөп алған. Ғаилә башлығы Алыҫ Көнсығышта диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, йәштәр атай нигеҙендә төпләнә. Гөлниса инәй оҙаҡ йылдар ҡәйнәһе менән бер йортта йәшәй.

Фараевтарҙың ишле, татыу ғаиләһендә һигеҙ бала үҫә. Һәр береһенә матур тәрбиә биреп, эшкә әрһеҙ, егәрле итеп үҫтереп, туйҙар үткәреп үҙаллы тормош юлына сығаралар. 60 йыл бергә йәшәгән Гөлниса һәм Нәбиулла Фараевтар ауылдаштарына үрнәк булырҙай тормош юлын үткән пар. Бабай хәҙер мәрхүм инде. Гөлниса инәй балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Тиҫтәләгән ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе бар.

Гөлниса Фәйзулла ҡыҙы йәш сағында тауҙа колхоз малын ҡарай, аҙаҡ Хажыла ҡап һуға, оҙаҡ йылдар артелдә хеҙмәт итә.

- Әсәйебеҙ ауыр һуғыш йылдарын хәтерләп, аслыҡ, яланғаслыҡ тураһында һөйләй торғайны. Бөтә ауыл халҡы кеүек ул да бик иртә колхоз эшенә егелә. Бала
килеш бик күп тормош һынауҙарын үтергә тура килә ҡәҙерлебеҙгә. Шуғалыр ҙа тыныс тормош ҡәҙерен ул яҡшы белә, - тип уртаҡлашты ҡыҙы Гөлгөнә.

Бала сағын һуғыш урлаған, тамағы ашҡа туймаған оло быуын вәкиле ул Гөлниса инәй Фараева. Шуға ла ул бөгөнгө етеш тормошҡа шөкөр итеп йәшәй.

Ауылдаштары мәнфәғәтен яҡлаусы 

Зилә һәм Рифат Фәизовтар ҡалала йәшәп ауылға кире ҡайта. Рифат Рәшит улы һыу каналында бригадир булып эшләһә, Зилә Ҡәйүм ҡыҙы ауыл старостаһы вазифаһын алып бара. Староста – ауылдаштарының ышанысын, хөрмәтен яулаған, донъяға үҙ уй-ҡарашы булған кеше, уның һүҙен халыҡ иғтибарға ала. Зилә апай тап шундай сифаттарға эйә. Ул ауылдаштарын берләштереп, бик күп саралар ойоштора.

Фәизовтар Альбина һәм Әлиә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, бөгөнгө көндә ике ейәнсәрҙәре бар. Зилә Ҡәйүм ҡыҙы ауыл Советы депутаты, староста, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла. Кесе Ватанын таҙа һәм төҙөк тотоуҙы староста үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Иртә яҙҙан экологик өмәләр ойоштора. Уның һүҙҙәренсә, йәшәгән урыныңдың таҙа булыуы – матур тормош нигеҙе.

- Ауылда 16 йортта даими йәшәйҙәр, 30-ға яҡыны килеп-китеп йөрөүселәр. Хажыларҙың төп проблемаһы – газдың юҡлығы. Бының буйынса кемгә генә мөрәжәғәт
итмәнек, әммә ыңғай яуап юҡ. Халыҡ мал аҫрап, еләкемеш үҫтереп көн итә. Ауылыбыҙ ҙур түгел, һәр кем тырышып донъя көтә, етмәһә, берҙәмдәр. Май байрамдары алдынан халыҡ менән йыл да өмәләр үткәрәбеҙ, тирәяҡты сүп-сарҙан таҙартабыҙ. Үткән йыл ауылдашыбыҙ Ирек Фараев үҙ теләге менән мобилизацияланғайны.
Телефон аша ауылдаштар төркөмөндә һалдатыбыҙға кәрәк-яраҡтар алыу өсөн кем күпме ярҙам итә ала тип мөрәжәғәт иттем. Ун биш минут та үтмәне иҫәпкә аҡса
килә лә башланы. Йыйылған суммаға ҡалаға сығып магазиндан Иреккә ваҡ-төйәк һатып алып уны посылка менән ебәрҙек. Аҙаҡ ул беҙгә ҙур рәхмәтен дә еткергәйне. Тик егетебеҙ һуғыш яланында вафат булып ҡалды, - тип һөйләне Зилә апай.

Староста вазифаһында тыуған ауылы йәшәйешенә битараф булмаған, көн-төн тип тормай, йорт эштәрен ташлап, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ауылы һәм ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кеше генә эшләй ала. Зилә Ҡәйүм ҡыҙы ана шундайҙарҙан.

Бер эштән дә ҡурҡмаған

Нәзифә Әбделғәфүр ҡыҙы Ғәлиәскәрова быйыл 75 йәшен тултыра. Ул Биксән ауылында тыуып үҫә, колхозда һауынсы булып эшләй. Өлгөлө хеҙмәткәрҙе район
Советы депутаты итеп тә һайлайҙар. 1967 йылда Хажыға килен булып төшә. Ул йылдарҙа ауылда электр уты ла булмай. Тормош иптәше Юнир киномеханик булып эшләһә, Нәзифә магазинға һатыусы булып урынлаша. 1974 йылда ауылда электр уты бирелә. Уны барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

- Биксәндә гөрләп торған колхоз булғас, онға ҡытлыҡ булманы. Уны кеше башына ҡарап килолап бүлеп бирҙеләр. Ул он хәҙерге комбикормаға оҡшап тора ине.
Уға ҡушып икенсе сорт он да бирҙеләр. Ирҙәре йәки балалары һуғышта һәләк булған тол ҡатындарға икешәрөсөшәр килограмлап беренсе сортын тараттылар, - тип
хәтерләй Хажыла йәшәй башлаған йылдарын Нәзифә инәй.

Ғаиләгә йәм өҫтәп Әмир һәм Әнүр исемле игеҙәк балалары донъяға килә. Малайҙарға һигеҙ ай булғас, Нәзифә инәй Аҙнайға йөрөп магазинда һатыусы булып эшләй башлай. Артабан Ғәлиәскәровтарҙың бер-бер артлы Рәзифә һәм Азалия исемле ҡыҙҙары тыуа. Ул замандарҙа декрет ялы тигән һүҙ юҡ, Нәзифә Әбделғәфүр ҡыҙы колхозда сөгөлдөрөн дә утай, халыҡтан һөт тә йыя, Этҡол почтаһында почтальон да була. Бер нисә йылдан кире магазинда һатыу итә. Һуңынан инде артелгә бумала бәйләү эшенә күсә. Бер кешегә айына өс мең дана бумала бәйләргә тигән йөкләмә ҡуйыла. Бынан тыш, селек әҙерләргә лә кәрәк була.

Колхоздар тарҡалғас, кооперативтар барлыҡҡа килә башлаған осорҙа Юнир ағайҙы кооператив рәйесе итеп ҡуялар. Халыҡ йүкә һалып бумала, селек бәйләй, сана табаны һуға. Ул йылдарҙа килемде лә яҡшы ғына алалар. Тик бер ни тиклем ваҡыттан һуң эшләгән тауарҙар өсөн аҡса түләнмәй башлағас, кооператив тарҡала. Юнир ағай Хажы һыу һаҡлағысына эшкә урынлаша. 

- Тормоштоң бар ауырлығын да күрҙек, шулай ҙа йәшәй белдек. Бумала, һепертке бәйләп һатып уларҙы кирбескә алмаштырҙыҡ. Шулай күркәм йорт һалып индек, - ти Нәзифә Әбделғәфүр ҡыҙы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәзифә инәйҙең тормош иптәше гүр эйәһе. Ағинәй ун ейән-ейәнсәре һәм бер бүләсәһе менән бәхетле. Әле ул улы Әнүр һәм килене Рәзилә менән бер йортта донъя көтә. Әнүр Этҡолда янғын һүндереүсе булып эшләһә, килендәре - Һайран ауылында уҡытыусы.

Ауылым тип янып йәшәйҙәр

Нурзидә һәм Фәрит Дауытовтар ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Ҙур, күркәм йортта йәшәй улар. Нурзидә Әбдрәхим ҡыҙы 34 йыл элек Хажыға килен булып төшә. Ул өй мәшәҡәттәре менән булһа, Фәрит Фәйзрахман улы һыу каналында оператор-хлоратор вазифаһын башҡара. Әйтергә кәрәк, Дауытовтар дин юлына баҫҡан. Фәрит Фәйзрахман улының әсәһе лә ғүмеренең аҙағына тиклем улар менән йәшәй. 

- Ҡәйнәм ураҙа тота торғайны. Иртән тороп уға сәхәргә өҫтәл әҙерләй инем. “Ниңә үҙем дә ураҙа тотмайым әле”, тип уйлап ҡуя торғайным. Йәш саҡ, ул ваҡытта ураҙаның нимәгә кәрәклеген дә аңламай инем әле. Яйлап, дини китаптар уҡып, уның тейешле ғәмәл икәнен аңланым. Ун бер йыл ҡәйнә менән татыу ғүмер итеп, уны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Динде белеү кешене рухи яҡтан күтәрә, - ти Нурзидә Әбдрәхим ҡыҙы.

Дауытовтар аҙбар тултырып мал тота, ҡаймаҡ-һөтөн һата. Ошо татыу, матур ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып ике балалары ла атай-әсәйҙәре кеүек, белемгә
ынтылыусан, тырыш, уңған булып үҫә. Әле улдары Азат Ишембай катализаторҙар заводында, ҡыҙҙары Айһылыу юғары белем алып, Өфөлә китап нәшриәтендә эшләй. 

Донъя булғас төрлө хәлдәр була. Дауытовтарҙы ла бәлә урап үтмәй, 2017 йылда өйҙәренә ут тоҡана. Ил төкөрһә, күл булыр тигәндәй, ауылдаштары, туғандары уларға ҡайтанан йорт һалып инеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Мәсеттәрҙә йыйылған аҡсаларҙы ла уларға тапшыралар.

- Әгәр ҙә аяҡҡа баҫып китһәк, ҡыҙым намаҙға баҫам тигәйне. Һүҙендә торҙо, дин юлынан китте. Әле мәҙрәсәлә уҡып йөрөй. Тормош иптәшем дә өсөнсө йыл рәттән башынан алып аҙағына тиклем ураҙа тота. Теге донъяла Аллаһы Тәғәлә алдында барыбыҙ ҙа һынау тотасаҡбыҙ. Шуға әле ваҡыт түгел тип әйтергә ярамай. Ураҙа һәм намаҙ кеүек фарыз ғәмәлдәрҙе һәр мосолман үтәргә тейеш, - ти Нурзидә Дауытова. 

Ысын мәғәнәһендә ауылдары өсөн янып-көйөп йәшәй улар. Халыҡ араһында абруйҙары ҙур. Тыуған төйәктәренең йәшәйешенә, киләсәгенә битараф булмаған ошондай ғаиләләр күберәк булһа ине!

Тыуған төйәк үҙенә тарта

“Яҡшы булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил”, - тигән бик матур әйтем бар халыҡта. Был һүҙҙәрҙә, ысынлап та, хаҡлыҡ бар. Олоғайған һайын кешелә тыуған
яғына тартылыу, һағыныу хисе көсәйә. Күптәр үҙҙәре ҡорған донъяларын, күнегелгән мөхитен, йәшәгән урынын ҡалдырып, тыуған яҡтарына ҡайтып, матур итеп
туғандары, ауылдаштары менән аралашып йәшәй башлай. Тыуған ер, ауыл хәстәре менән янып, уның киләсәге өсөн борсолоп, башҡаларҙы ла үҙе артынан эйәртеп әүҙем эшкә тотоноусылар ҙа бар.

Шундай бик матур ғаилә Хажы ауылында ла йәшәй. Гөлзада һәм Фәнил Мәхмүтовтар ғаиләһе ошо ауылдың ғорурлығы тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

Гөлзада апай менән Фәнил ағай бер үк йылға һыуын эсеп, бер үк һуҡмаҡтарҙан йөрөп, ауылдағы башланғыс мәктәптә белем алып үҫкән. Йәштәр техникум тамамлағандан һуң өйләнешә һәм йүнәлтмә буйынса Красноярскийға эшкә юллана. Унда биш йыл йәшәйҙәр. Лилиә һәм Дамир исемле ике балалары донъяға килә. Гөлзада Лотфрахман ҡыҙы техник-электрик, хәүефһеҙлек буйынса инженер булып эшләһә, Фәнил Миңлебай улы төҙөүсе була. Аҙаҡ Мәхмүтовтар Салауатҡа ҡайта. Уларға хатта Монголия Халыҡ республикаһында ла эшләргә тура килә. Киренән Салауатҡа ҡайтып, унда хаҡлы ялға сыҡҡансы йәшәйҙәр. Улар фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бихисап маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Тыуған ер, сағыу тәбиғәт ҡосағы Мәхмүтовтарҙы ауылға тарта. Улар Хажыла ҙур йорт һалып инәләр. Тик тыныс ҡына йәшәп ятҡанда ғаиләләренә бәлә килә. Үткән йыл йорттарына ут тоҡанып, көл-күмергә әйләнә. Улының, туғандарының, ауылдаштарының тырышлығы менән ярты йыл эсендә яңы йорт һалып инә Мәхмүтовтар.

- Ауылда газ, юл, дауахана, мәктәп, балалар баҡсаһы юҡ. Шулай булһа ла бында рәхәт. Тәбиғәте күҙҙең яуын алырлыҡ, һулар һауаһы саф. Балалар ҙа, ейәнейәнсәрҙәр ҙә йыш ҡайтып йөрөйҙәр, - ти Гөлзада Лотфрахман ҡыҙы.

Мәхмүтовтар үҙҙәре төҙөгән теплицаларында ниндәй генә йәшелсә үҫтермәй, баҡсаларында ниндәй генә емештәр юҡ. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡсалары гөл-сәскәгә күмелә. Ошондай тырыш ғаиләләр йәшәй Хажыла.

Ир бала – йортҡа терәк

Сулпан менән Айрат Баязитовтар ауылдың иң осонда йәшәй. Уларҙың ҡунаҡсыл йортонан халыҡ өҙөлмәй тиерлек. Был аңлашыла ла: әсәй-атайҙары мәрхүм булғандан һуң ғаиләләге төпсөк малай булған Айрат ҡатыны Сулпан менән ошонда төпләнә. Шунлыҡтан туған-ырыу уларға ҡайтып йөрөй. Ауылдың беренсе йорто булараҡ туҡталып, уларҙан юл һораусылар йә берәй йомош менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ. Баязитовтарҙың иһә танышып, ғаилә ҡороуҙары үҙе бер тарих. Был хаҡта беҙгә Сулпан ханым бәйән итте.

- Хажы ауылына килен булып төшөүөмә 36 йыл. Үҙем Ҡырғыҙ Республикаһының Бишкәк ҡалаһы эргәһендәге Ҡыҙыл Восток ауылынан. Свердловск өлкәһендәге юғары милиция мәктәбенә уҡырға инәм тип китеп барғанда Айраттың апайҙары менән Башҡортостанға, Хажы ауылына ҡунаҡҡа туҡталдым. Август айы, уҡырға барырға ваҡыт бар ине әле. Минебикә өләсәйем тамырҙары менән Аҙнай ауылыныҡы булғанын, бында туғандарым бар икәнен белә инем. Һуғыш ваҡытынан һуң ул балалары менән Ҡырғыҙстанға күсеп киткән булған. Хажыла Айрат менән танышып, бер күреүҙән бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Артабан уҡырға инергә бармай, ошонда тороп ҡалдым. Минең был ҡарарҙы әсәйем ҡыйын ҡабул итте. Атайым иһә ризалығын белдереп, фатихаһын бирҙе, - ти Сулпан Ҡарағол ҡыҙы. - Килен булып төшкәс, ҡайным ике йыл беҙҙең менән йәшәп өлгөрҙө. Аллаға шөкөр, икебеҙгә лә эш урыны булды - һыу каналында эшләнек. Беребеҙ эштә саҡта икенсебеҙ балаларҙы, йорт-малдарҙы ҡараны. Донъя йөгөн бөгөнгәсә бергә тигеҙ тартабыҙ. Әйткәндәй, Сулпан ханым Аида һәм Зарима һеңлеләрен дә үҙе яғына саҡырып ала. Улар Аҙнай ауылында ғаилә ҡороп төпләнә. 

Баязитовтар бына тигән аҡыллы, уңған, уттай янып торған биш ул тәрбиәләп үҫтерә. Атай-әсәйҙәренә ярҙамсыл егеттәр бесәнен дә саба, утынын да яра, баҡсала сүп тә йолҡа, һыу ҙа һибә, аш-һыуға ла оҫталар. Айнур тыуған ауылында ер алып, йорт һала. Фәрғәт һәм Айбулат ғаиләләре менән Ишембайҙа йәшәй. Фәнзил 2-се башҡорт гимназия-интернатында туғыҙынсы класты тамамлай.

- Дүртенсе улыбыҙ Айтуған сирле булып тыуҙы, уға күңел йылыбыҙҙы биреп үҫтерҙек, үҙаллы итергә, Аллаһы Тәғәлә биргән оҫталығын асырға тырыштыҡ. Өс йыл Ишембайға балалар баҡсаһына йөрөттөк, артабан туғыҙ йыл буйы өйҙән уҡып мәктәп тамамланы. Улыбыҙҙы Аҙнай ауылынан уҡытыусы Нурия Насырова килеп уҡытты, уға рәхмәтлебеҙ. Айтуған ауыл буйлап йөрөп күрше-күләнгә ярҙамлашып сыға, - ти герой-әсә.

Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, бер-береһенә шулай терәк-таяныс булып донъя көтә Сулпан менән Айрат Баязитовтар.

Ергә береккән - уңған

Гөлнара менән Ришат Ғәлиуллиндар – ауылдың уңған, үҙ көсө менән тырышып йәшәгән ғаиләләренең береһе. Бөгөн улар урамдарында ҙур, яңы йорт һалыу менән мәшғүл.

Йәштәр араһында мөхәббәт ялҡыны Һайран ауылы мәктәбендә уҡыған йылдарҙа тоҡана тиһәк бер ҙә яңылышмаҫбыҙ. Мәктәп эскәмйәһендә барлыҡҡа килгән хис-тойғо ғүмерлек булып сыға. Ғәлиуллиндарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә быйыл 27 йыл. Биш балаларын үҙ өлгөләрендә, ярҙамсыл, эшһөйәр итеп тәрбиәләп үҫтерә улар. Улдары - атайҙарының төп ярҙамсылары. Урам тулы ҙур техника булғас, һәр береһе уның менән идара итә белә. Балыҡ тотоу, һунарға йөрөү – яратҡан шөғөлдәре.

Наҙгөл менән Яҙгөл – әсәйҙәренең уң ҡулдары. Өлкән улдары Айнур менән Алмаз ғаилә ҡороп, үҙаллы тормош көтә. Ҡыҙҙары Ишембай нефть колледжында белем ала.
Төпсөк Айгиз Этҡол ауылы мәктәбендә икенсе класта уҡый.

Бөгөнгө көндә ғаилә башлығы Һайран ауылының янғын һүндереү бүлегендә водитель булып эшләп йөрөй. Ғәлиуллиндар һарай тултырып һыйыр, ат, кәзә аҫырай,
умарта тота. Һорап килеүселәргә һөт, ҡаймаҡ, май, ҡорот, кәзә һөтөнән ҡымыҙ һатып ебәрәләр.

- Ат үрсетеү - боронғо кәсептәрҙең береһе. Бөгөн беҙҙең 36 баш атыбыҙ бар. Шөкөр, ауылыбыҙҙың тәбиғәте матур, болондар йәйрәп ята, һыулыҡтар күп, - ти Ришат Байрамғәли улы. – Бал ҡорттарын ҡарау оҫталығы иһә атайымдан килгән. Улар ҙа күпләп умарта тота торғайны. Урамыбыҙҙа пилорам да бар. Һораусыларға ағасын ярып бирәбеҙ.

Аттарҙы йөрәге һәм күңеле менән тойомлаусы кеше генә улар менән уртаҡ тел таба. Тимәк, Ғәлиуллиндар нәҡ шундайҙарҙан.

Хажы шулай тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл икәнен күрһәтте. Шатлыҡлы мәлдәрҙе лә, ҡайғыны ла улар уртаҡ кисерә, бер-береһенә терәктаяныс була белә. Бәләкәй генә ауылда ошо осор биш-алты яңы йорт ҡалҡып сығыуы ла һөйөндөрҙө. «Булдыҡлы улдарыбыҙ бар, беҙгә килендәр кәрәк», тиҙәр хажылар. Тағы күп тапҡыр килен сәйенә, бәпес үҫтереү мәжлестәренә йыйылыуҙарын теләйбеҙ уларға.


Авторҙар фотолары.

Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Тырыш, тормош һөйөүсән халҡы менән данлы ауыл
Автор:Гөлназ ҒИНИӘТУЛЛИНА, Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас