

Гөнаһтарым барҙыр... Кисерегеҙ...
Холоҡ, фиғел төрлө бирелгән...
Инде ғәфү һорап, ауыр йөктө,
Төшөрәһе килә иңемдән.
Мин әүлиә түгел, уҙған юлда
Һаҡһыҙ эштәрем дә булғандыр...
Арағыҙҙа, бәлки, кай берәүҙәр,
Баш эйеүҙе көтә торғандыр...
Башым эйәм бары бер Аллаһҡа...
Тик ул белә гөнаһ күләмен...
Мин үҙемә яҡшы булғандарға
Яҡшылыҡтар менән түләнем...
Дөнъя ваҡлыҡтар донъялыҡта
Ҡалһын ине тиеп юрайым.
Булған гөнаһымды кисереүҙе
Үҙе гөнахһыҙҙан -
Бер Аллаhтан ғына һорайым!
Фото: https://unsplash.com/