Йәмғиәт
25 Апреля 2023, 08:00

Яратҡан һөнәренә йән атып

17 апрель Рәсәйҙә Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө билдәләнде. Быйыл шулай уҡ полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәте барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тула. Һөнәри байрамдары уңайынан Петровск ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы участковый Наил ЙӘҺҮҘИН менән әңгәмәләштек.

Яратҡан һөнәренә йән атыпЯратҡан һөнәренә йән атып
Яратҡан һөнәренә йән атып

Сығышы менән Алмалы ауылынан булған Наил Дәриғәт улы бар булмышын йәмәғәт тәртибен һаҡлауға, етди мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бағышлаған хоҡуҡ һаҡсыһы. Яҡташтарына юридик, психологик, медицина ярҙамын күрһәтеүсе лә. Тынғыһыҙ эшендә өҫтән йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡарыу менән бер рәттән ғаиләһенә лә йөрәк наҙын, иғтибарын бүлеп өлгөргән яҡшы ғаилә башлығы. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәҡәләбеҙ геройы Наил Йәһүҙин бар яҡлап та өлгөр кеше.

- Әрмегә тиклем Салауат ҡалаһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен алып өлгөрҙөм. Әрмелә сик буйы ғәскәрҙәрендә БТР водителе булып хеҙмәт иттем. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡандан һуң 1982 йылда Петровск ауылында водитель булып эш башланым. Дәүләт автоинспекцияһы инспекторы Фәтих Баязит улы Мөхәмәтшин мине йәш белгес булараҡ өс йыл яҙын техосмотр буйынса комиссия ағзаһы итеп алды. 1984 йылда Петровск милиция бүлегенең юл-патруль инспекцияһы инспекторы итеп тәғәйенләнеләр. Эшкә дәртләнеп тотондом, - тип иҫкә ала Наил Дәриғәт улы.

Петровск милиция бүлегендә ул осор 21 хеҙмәткәр була. Ярты районды хеҙмәтләндерә улар. 1986 йылда ул   Өфөләге Башҡорт ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә. Юғары һөнәр алғандан һуң Наил Йәһүҙинға офицер званиеһы бирелә. Ишембай районы бүлеге асылғас ул Петровскийҙа беренсе участка оперуполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. Йәш хеҙмәткәр карьера баҫҡысы буйлап юғарыға тиҙ күтәрелә: 1994 йылда участковый вазифаһына, 2003 Петровск милиция бүлеге начальнигы итеп үрләтелә. Наил Йәһүҙин Хәмзә Абдулла улы Ғиниәтуллин, Салауат Йосоп улы Вәлиев, Ильяс Үзбәк улы Сәйфетдинов, Александр Владимирович Ямщиков, Моғаттар Мөхтәр улы Мостафин, Ринат Мансур улы Шәрипов менән бергә эшләй.

- Петровск милиция бүлеге иң криминаль территория өсөн яуаплы ине. Ваҡиғаһыҙ үткән бер генә көн дә булманы тиерлек, - тип хәтерләй Наил Дәриғәт улы. – Йышыраҡ мал, мөлкәт, техника урлауҙар, үлтереш тә теркәлә ине. Теге йәки был хоҡуҡ боҙоуҙы ваҡытында хәл итер өсөн иғтибарлы булырға кәрәк. Шулай бер йылды ҡатыным менән ҡунаҡҡа барырға сыҡтыҡ. Юл ситендә иҫереп йоҡлап ятҡан ир кешегә иғтибар итеп, эргәһенә туҡталып, кем икәнен ҡараным. Икенсе көндө таң менән Петровск ауылы сиркәүенә бур төшөүен хәбәр иттеләр. Урындағы дин әһеленән нимәләр юғалыуы тураһында һорашып, енәйәтсенең сиркәүҙә аяҡ кейемен сисеп ҡалдырыуын асыҡланым. Был аяҡ кейеме кисә юл ситендә йоҡлап ятҡан ирҙеке икәнен шунда уҡ абайлап ҡалдым. Аяҡ кейемен тотоп уның әсәһе йәшәгән йортҡа барып индем. “Улығыҙ аяҡ кейемен онотоп ҡалдырған”, тигән булдым. “Эйе, был уның аяҡ кейеме”, тип шунда уҡ таныны әсәһе. Ошолай енәйәт эше шулай йәһәт кенә асыҡланды. 

Әйткәндәй, Наил Йәһүҙиндың участковый вазифаһында беренсе хеҙмәт көнө үк енәйәт эшенән башланып китә: ауылдарҙың береһендә ҡар аҫтынан мәйет табыла. Геройыбыҙ юғалып ҡалмай, шаһиттарҙы табып, уларҙан һорау ала һәм бер көн эсендә енәйәт эшен асыҡлай. Уның өлгөрлөгөнә, етеҙлегенә етәкселек хатта аптырап та ҡуя. Аҙаҡ та тәжрибәле участковыйҙың эшенә тел тейҙерерлек булмай. Эш көнө бөтһә лә, төнөн дә Наил Дәриғәт улының йортона ярҙам һорап ишек шаҡыусылар байтаҡ була. Уларҙың береһен дә кире бороп сығармай участковый, ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итергә тырыша. 

- Элек “Торатау” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән район ауылдарына сығып, хоҡуҡһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларҙың йорттары буйлап рейд үткәрә инек. Берәүҙәр беҙҙең һүҙҙәрҙе тыңлап, һатыу итеүен туҡтатһа, икенселәр ваҡыт үткәс, йәнә элекке насар ғәҙәтенә ҡайта торғайны.

2006 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас 2022 йылға тиклем «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә инженер булып хеҙмәт итә.

Хеҙмәттәштәре, ауылдаштары участковый, Петровск милиция бүлеге начальнигы булып оҙаҡ йылдар эшләгән Наил Дәриғәт улын тик ыңғай яҡтан телгә ала. Бөгөн дә ул күптәргә терәк-таяныс, остаз булып тора. Ғаилә башлығы булараҡ та ярҙамсыл, ябай, кеселекле ул. Дөрөҫөн әйткәндә, полиция участковыйы менән йәшәгән ҡатындар үҙҙәре лә был ҡатмарлы һөнәрҙе һайлаған тормош юлдаштарына ныҡлы терәк булып тора. Ал-ялһыҙ, көнөн-төнөн эштә юғалып тороуҙарына ла, сабыйҙары, йортта хужалыҡ эштәре өсөн яуаплылыҡты үҙ иңдәренә алып йәшәргә күнеккән улар. Лилиә Нурулла ҡыҙы ла ире өсөн ғаилә усағын һүндермәй яҡлаусы һөйөклө ҡатын. Ул тәүҙә колхозда иҡтисадсы, аҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтендә бухгалтер булып эшләй.

Ҡыҙҙары Айгөл менән улдары Азаматҡа үҙ өлгөләрендә матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Бөгөн ейәнсәрҙәре Алина менән Камилаға яратҡан өләсәй менән олатай улар.

- Мин иртән эшкә киткәндә балалар йоҡлап ҡала, төнгә ҡарай эштән ҡайтҡанда улар йоҡларға ятҡан була. Бер тапҡыр шулай ҡыҙым Айгөл әсәһенән “Атай беҙҙең менән йәшәмәйме әллә?” тип аптырап һораған, - тип йылмайып иҫкә ала геройыбыҙ. – Бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән ҡатышып, дуҫ йәшәнек. Яҙын бергәләп йыйылып милиция бүлегендә өмә ойоштороп, аҙаҡ тәбиғәт ҡосағына ял итергә бара инек. Тыуған көндәрҙе, һөнәри байрамдарҙы бергә билдәләнек.

Хәҙер иһә Лилиә менән Наил Йәһүҙиндар йәйен урам тултырып ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса үҫтерә. Изге Рамаҙан айында бергәләп мәсеткә ифтар ашына йөрөй, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй.


Автор фотоһы һәм ғаилә архивынан.

Яратҡан һөнәренә йән атып
Яратҡан һөнәренә йән атып
Яратҡан һөнәренә йән атып
Яратҡан һөнәренә йән атып
Яратҡан һөнәренә йән атып
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас