Юлға сығырға ике көн ҡалды тигәндә беҙгә яҡташ яугир менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
- Махсус хәрби операцияға ҡасан алындығыҙ?
- 2022 йылдың сентябрендә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән саҡырыу ҡағыҙы алдым. Быны көтә инем, сөнки 2017-2018 йылдарҙа мин милли гвардия ғәскәрҙәренең Федераль хеҙмәтендә, оператив тәғәйенләүҙәге айырым дивизияла хеҙмәт иттем. Ҡулға саҡырыу ҡағыҙын алғанда Магнитогорск ҡалаһында эштә инем. Тиҙ генә әйберҙәремде йыйып, ҡайтырға сыҡтым. 27 сентябрҙә мобилизацияланған ир-егеттәр менән Ишембайҙан Өфөгә юлландыҡ. Әсәйем туғандарҙы йыйып, мине оҙатып ҡалды. Аҙаҡ беҙҙе Пенза ҡалаһына хәрби уҡыуға ебәрҙеләр. Унда 20-25 көн булғандан һуң, йәнә бер аҙна тирәһе Воронеж өлкәһендә палаткалар ҡаласығында йәшәнек. Беҙгә ҡорал, һуғыш припастарын бирҙеләр. Ноябрь башында махсус хәрби операция зонаһына индек.
- Әле ҡайҙа хеҙмәт итәһегеҙ?
- Беҙҙә мобилизацияланған полк, йәйәүле ғәскәр. Мин – снайпер.
- Башҡортостандан ир-егеттәр күпме?
- Беҙҙекеләр етерлек. Ишембайҙар ҙа бар. Беҙ бер-беребеҙ менән яҡшы аралашабыҙ, ярҙам итеп торабыҙ. Хәрбиҙәр ҙә арый, шунлыҡтан ҡайһы саҡ бәхәстәр ҙә булып ала.
- Туғандар менән бәйләнешкә йыш сығаһығыҙмы?
- Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙе берәү ҙә сикләмәй. Теләк буйынса шылтыратырға һәм смс хәбәр яҙырға мөмкин. Тик унда бөтөнләй бәйләнеш юҡ, сөнки радиоэлектрон алыш алып барыла. Шылтыратыр өсөн генә алты километр самаһы араны йәйәүләп үтергә кәрәк. Мин әсәйем менән аҙнаһына бер тапҡыр һөйләшәм.
- Әсәйегеҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.
- Әсәйем - минең иң яҡын кешем. Апайымдан тыш мин уның берҙән-бер улы. Саҡырыу ҡағыҙы килгәс ул, әлбиттә, минең өсөн борсолдо, ебәргеһе килмәй ине. Шулай ҙа минең менән килешеп, аңлап, доғаларын уҡып, тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуымды теләп оҙатып ҡалды.
- Хәрбиҙәргә кәрәкле ҡоралдар етәрлекме?
- Эйе. Беҙҙең полкта бөтә әйбер бар. Бынан тыш, йыш ҡына гуманитар ярҙам килтереп торалар. Бының өсөн яҡташтарға сикһеҙ рәхмәт! Шулай уҡ беҙгә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та килде. Тик мин ул ваҡытта позицияла инем, шуға күрешә алманым. Яугирҙар өйҙән ебәрелгән посылкалар һәм гуманитар ярҙам алып ҡалды. Мәктәп уҡыусылары ебәргән хаттарҙы бигерәк тә тулҡынланып уҡыйбыҙ. Яҡташтар тырышып эшләгән маскировкалау селтәрҙәрҙен ҡулланабыҙ.
- Унда һауа торошо нисек?
- Ҡышын йә ҡар яуа, йә ҡояш ҡыҙҙыра. Бер туҡтауһыҙ йөрөгән танктар һәм БМП арҡаһында батҡаҡ тубыҡтан.
- Ҡатмарлы хәлдәр йыш булып торамы?
- Ҡурҡыу хисе һәр ваҡыт бар. Бер уйламағанда һиңә дрон килеп төшөүе, эргәңдә генә снаряд шартлауы мөмкин, артиллерия эшләй. Элек һуғышты тик киноларҙан ғына күрһәк, хәҙер был хәл беҙҙең үҙебеҙ менән бара. Бер тапҡыр штурмдан һуң миномет атышы аҫтында ҡалдыҡ. Беҙ ул ваҡытта хәрби припастарҙы машинаға тейәй инек. Машина эргәһендә генә снаряд шартланы, мин кузов эсендә инем. Ул мәлдә үҙем белгән барлыҡ доғаларҙы уҡып ултырҙым. Бәхеткә күрә, иҫән ҡалдыҡ.
- Һинең бетеүең бармы?
- Оҙатҡан саҡта әсәйем миңә кипкән икмәк киҫәген биргәйне. Уны һәр ваҡыт үҙем менән йөрөтәм. Ҡатмарлы саҡта икмәкте ҡулымда тотам. Һәр яугирҙың да үҙ бетеүе бар. Ул ниндәйҙер бәләкәй генә, күңелде тынысландырыусы әйбер.
- Беҙҙең яугирҙарҙың кәйефе нисек?
- Ир-егеттәрҙең һәр береһе илһөйәр рухта. Кемдер буш ваҡытта яңы һөнәр үҙләштерә. Мин, мәҫәлән, китап уҡыйым. Үҙем менән өйҙән Ремарк һәм Омар Хайямдың китаптарын алып барасаҡмын.
- Әле өйҙә булғандарға нимә әйтер инең?
- Мин махсус хәрби операцияға иптәштәргә ярҙам итәм тигән уй менән барҙым. Үҙен хөрмәт иткән һәр ир-егет ошо уйҙы башында тоторға тейеш. Ҡурҡып ҡасып ҡалыу көслө затҡа килешмәй. Әгәр ҙә беҙ унан китһәк, неонацизмдың илебеҙгә киләсәген аңларға кәрәк. Шартлауҙар йортобоҙ янында яңғырамаһын, туғандарыбыҙҙы яҡлайыҡ тиһәк, бөгөндән үк тырышыу мөһим.
Фото: яугирҙың шәхси архивынан.