

Ауыл халҡы бик әүҙем ҡатнашып ҡәберлектәрҙе таҙартты, үҫеп киткән ҡыуаҡтарҙы, ҡороған ағас ботаҡтарын ҡырҡты. Йыйылған сүп-сарҙы шунда уҡ тракторсылар Фәнир Фәхритдинов, Ғәлинур Абдуллин, Руслан Йәрмөхәмәтов шәхси техникаларында ташып түкте.
Аллаға шөкөр, ауылдаштар бер саранан да ситтә ҡалмай, әүзем ҡатнаша, тимәк ауылдың киләсәге өмөтлө!