

Беҙҙең Аҙнай ауылында ла ер ҡарҙан әрселеү менән ҡыҙыу өмәләр башлана. Тирә-яҡҡа таралып ятҡан сүп-сарҙы йыйыштырыу, электән ҡалған сүплектәрҙе таҙартып ябыу (Берғамыт яры буйындағы һәм Хажы зыяраты яғындағы сүплектәр ауыл халҡы, старостабыҙ һәм ауыл биләмәһе хакимиәте тырышлығы менән ябылды), бигерәктә ауыл уртаһынан аҡҡан йылғаның үҙәнен һәм ярҙарын таҙартыу тейеш эш кеүек ҡабул ителеп башҡарыла.
Быйыл һәр кем үҙ тәңгәлендәге йылға ярын таҙалап, ағастарын аҡлап, баҫып үҫкән ваҡ үҫентеләренән аралап, еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы, һауабыҙҙы таҙалауға үҙ өлөшөн индерә башланы ла инде. Афарин, ауылдаштар! Еребеҙҙе таҙалауға, һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙға сикһеҙ шатмын, ғорурмын!