Йәмғиәт
22 Апрель 2023, 17:51

Ауыл хәбәрҙәре

Иҫәкәй ауылы зыяратында бөгөн, 22 апрель, өмә үтте. Был изге эштә ҡәберлек һәм уның тирә-яғы таҙартылды.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Аллаға шөкөр, ауылдаштар өмәлә һәр ваҡыт ихлас, әүҙем ҡатнаша. Зыяратты һәр ваҡыт тәртиптә тотарға тырышабыҙ, сүп-сарҙан таҙартып торабыҙ.

Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Бөгөн изге ғәмәл башҡарылды: туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ ҡәберенә барып, уларҙың яҡты рухы алдында баш эйеү, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү - үҙе ҙур сауап. Унда беҙ эшләп кенә ҡалманыҡ, ошо зыяратта ятҡан яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ тураһында хәтирәләребеҙҙе яңырттыҡ.

Өмәгә килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт! Һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ, мәрхүм ата-әсәләребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотайыҡ.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас