

Йола буйынса, әрмегә алынасаҡ егеттәр өсөн урындағы артистар концерт программаһы әҙерләгән. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға район хакимиәте, руханиҙар, хәрби комиссариат вәкилдәре изге теләктәрен еткерҙе. Уларҙың барыһы ла буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларға уңышлы, хәрби бурысын лайыҡлы үтәүҙәрен теләне, бөгөнгө көндә илебеҙ биләмәһендә намыҫлы хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ хаҡында хәтергә төшөрҙө.
- Бөгөн Рәсәй армияһында Ишембайҙан 200-ҙән ашыу йәш кеше хеҙмәт итә. Сираттағы саҡырылыш хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтырға әҙерләнеүселәргә алмашҡа бара, - тип билдәләне үҙ сығышында муниципаль райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм граждандар оборонаһы мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы Юрий Дегтярёв. - Ишембайҙарҙың хәрби хеҙмәте тураһында һалдаттарҙың ата-әсәләре адресына ғәскәри частар командирҙарынан бик күп рәхмәт хаттары һөйләй. Армияла хеҙмәт итеү ауыр, әммә был һәр ир-егеттең гражданлыҡ бурысы. Һеҙгә уяу һәм оҫта хеҙмәт итеүегеҙҙе, хәрби антығыҙға тоғро булыуығыҙҙы теләйем. Ә беҙ, ата-әсәләрегеҙ һәм
яҡындарығыҙ, һеҙҙе бында, өйҙә көтәсәкбеҙ, тине ул.
Залда ултырыусы призывниктарға мөрәжәғәт итеп, Ишембай хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльвир Әлмөхәмәтов былай тине:
- Армия - ул тормошоғоҙҙа яңы бит, һәм килеп тыуған бөтә проблемаларҙы үҙегеҙгә хәл итергә тура киләсәк. Унда ата-әсәйегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа булмаясаҡ. Үҙ ваҡытында мин дә, һеҙҙең кеүек үк, призывниктар көнөндә булдым, ҡыҙыу нөктәләр үттем. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуым өсөн шатмын. Хеҙмәттән мин бөтөнләй икенсе кеше - тормошҡа аңлы ҡарашлы ысын ир булып ҡайттым. Армияла хеҙмәт итеү һеҙгә тормош мәктәбе бирәсәк, үҙ аллы һәм яуаплы булырға өйрәтәсәк. Хәрби хеҙмәттән баш тартмағыҙ, сөнки был - ысын ир-егеттең төп бурысы.
Автор фотоһы.