Йәмғиәт
21 Апрель 2023, 11:00

“Рамаҙан тирмәһе” - икенсе йортом

Ишембайҙа “Рамаҙан тирмәһе” ифтар мәжлестәре мөхтәсибәт тарафынан икенсе йыл рәттән ойошторолдо. Сарала көн һайын йөҙгә яҡын кеше ауыҙ асырға йыйылды.

“Рамаҙан тирмәһе” - икенсе йортом“Рамаҙан тирмәһе” - икенсе йортом
“Рамаҙан тирмәһе” - икенсе йортом

Ишембайҙа үткән үҙенсәлекле ифтар мәжлестәре тураһында хәбәр тирә-яҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа тиҙ таралды, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа булманы түгел.

Ысынында, ҡалала үткән сара ул ауыҙ асыу ғына түгел, ә файҙалы һәм күңелле ял итеү ҙә. Һәр ифтар мәжлесе берәй ваҡиғаға йәки һөнәргә бағышланды. Хакимиәт, киң мәғлүмәт саралары, уҡытыусылар, мәҙәниәт, медицина хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, балалар һәм отпускыға ҡайтҡан мобилизацияланғандар көнө кеүек саралар күптәрҙең күңеленә хуш килде. Кисәләрҙең береһе яңғыҙ ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе ғаилә ҡороу өсөн таныштырыу маҡсаты менән ойошторолдо. Сөнки исламда ғаилә ҡороу – изге ғәмәлдәрҙән.

Тәүге көндәрҙең береһендә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин ҡунаҡта булып китте. Ул диниә назараты исеменән ураҙа тотоусыларҙы тәбрикләп, вәғәздәр әйтеп үтте.

- Был матур йола. Әйҙәгеҙ уны һаҡлайыҡ, артабан үҫтерәйек, - тип мөрәжәғәт итте Ишембай мөхтәсибәте имам-хатибы Илнур Ғиниәтуллин. – Икенсе йылға ифтар мәжлестәрен ике-өс урында ойошторорға ниәтләйбеҙ. Уға әҙерлекте быйылдан уҡ башлайыҡ, ураҙасыларҙы һыйларға теләүселәр күп, сират алып ҡалығыҙ. Мәжлес темаларын да һайлап ҡуйырбыҙ.

Уҙған шәмбе ифтар мәжлесе шағирҙарға бағышланды – унда Бөрйән районынан һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҙа булды.

- Күңелдәребеҙ яҡтырып һәм сафланып ҡалды. Сарала Бөрйәндән сәждәләштәребеҙҙең килеүе ҡыуаныслы хәл булды. Бөрйән районы хакимиәте вәкиле Марсель Ғүмәров бүләктәр тотоп килгән. Ул шағирәләргә район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың рәхмәт хаттарын тапшырҙы, - тип ихлас уртаҡлашты яҡташыбыҙ, шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова. - Бергәләшеп Ахшам намаҙы уҡыу, доғалар ҡылыу, изге теләктәр теләү – барыһы ла бер Раббыбыҙға һыйыныу өсөн яһалған тағы ла бер аҙым.

Ифтарға Өфөнән талантлы шағирҙар ғаиләһе – Тамара Искәндәриә менән Хисмәтулла Юлдашев Кесе Умрананан алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуы алып килгәндәр. Ватаныбыҙға, тыуған еребеҙгә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙары менән бер юлы ошо изге һыуҙы ла тәмләнек. Халҡыбыҙҙың талантлы шағирәләре Айһылыу Ғарифуллина, Ғәлиә Кәлимуллина, Флүрә Маликоваларҙың сығышын, йөрәктәрҙе тетрәтә торған шиғырҙарын барыһы ла яратып ҡабул итте.

Ғәрәп телендәге ислам һүҙенең «сәләм»дән (тыныслыҡ) барлыҡҡа килгәнен иҫтә тотоп йәшәйек, дуҫтар. Барығыҙҙың да йортонда бәхет һәм йылылыҡ, дуҫлыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек булыуын теләп ҡалабыҙ! 


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас