

Барығыҙҙы ла мосолмандарҙың изге оло байрамы - Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ураҙаларыбыҙ ҡабул булып, уның бәрәкәтендә илебеҙгә, тыуған еребеҙгә тыныслыҡ, дәүләттәр һәм халыҡтар араһында татыулыҡ килһен! Тормошобоҙға, ғаиләләребеҙгә,
балаларыбыҙға хәйерле бәрәкәттәрен насип итһен! Барыбыҙ ҙа Аллаһы сүхәнәһү үә Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып йәшәп, уның сикһеҙ рәхмәтендә булырға яҙһын! Халҡыбыҙҙың иманын, рухын, ғилемен, үҙаңын үҫтереп, хәйерле халыҡтарҙан ҡылһын! Раббыбыҙ яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы Үҙенең һиҙиәтенә, тура юлына күндерһен, динебеҙҙе алға әйҙәүселәрҙән итһен!
Киләһе Рамаҙан айын иманыбыҙ ҡеүәтле булып, юғалтыуҙарһыҙ бергә ҡаршы алырға насип итһен!
Ишембай районы мөхтәсибәте.