

Ауылдаштарға байрам сәйе лә ойошторылды. Ауылдаштар байрам менән ҡотлап матур теләктәрен еткерҙе. Венера апай Ибәтуллина үҙе яҙған мөнәжәтен көйләп ишеттерҙе.
Ураҙа байрамы һәр йортҡа бәхет һәм именлек алып килhен, барыбыҙҙың да өмөттәре аҡланhын, күңелдәребеҙгә тыныслык инhен! Аллаһы Тәғәлә беҙгә һәм яҡындарыбыҙға ныҡлы иман, иҫәнлек-hаулыҡ, именлек, йән тыныслығы биреп, ике донъя бәхетенә ирештерhен! Бөйөк Раббыбыҙҙың ярҙамы, рәхмәте һәм бәрәкәте барыбыҙға ла һәр ваҡыт юлдаш булhын! Йорттарыбыҙға нур инhен, табындарыбыҙ мул булып, һәр ваҡыт хәләл ризыҡ менән тулып торhон! Амин.