Йәмғиәт
19 Апрель 2023, 04:00

Ауыл хәбәрҙәре

Иҫәкәй ауылының Ән Нур мәсетендә ифтар мәжлесе үтте. Ауылдың татыу, бер туған Солтанбаевтар ғаиләһе ихлас күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, ауылдаштарына - мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Үҙебеҙҙең ауыл мәсетенең имам-хатибы Фәнил хәҙрәт, күрше Маҡар ауыл мәсетенең имам-хатибы Юлай хәҙрәт, Һарғай ауылы мәсетенең имам–хатибы Венер хәҙрәт, Ибрай ауылының имам-хатибы Рәсим хәҙрәт, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы имам–хатибы саҡырылғайны.

Йыйылған халыҡ тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ һаулығына, ил-көн тыныслығы, именлеге өсөн доға ҡылып, ихлас күңелдән ифтар мәжлесен йүгереп йөрлөп әҙерләгән ойоштороусыларға рәхмәт уҡып таралышты.
Cултанбаевтарға рәхмәт белдерәбеҙ! Сауаптары насип булһын, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, ғаиләгеҙгә именлек, йортоғоҙға бәрәкәт, ни теләйегеҙ алдығыҙға шул килһен, сауыптарын насип итһен.

Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас