Йәмғиәт
17 Апрель 2023, 05:00

Юбилей менән ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн иң ғәзиз, hөйөклө кешебеҙ - әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ЯНБАЕВА Зилә Гильметдин ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Юбилей менән ҡотлайбыҙ!Юбилей менән ҡотлайбыҙ!
Юбилей менән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрләһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына
бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткәнгә үкенмәй, йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә
лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, йоҡоһоҙ төндәрең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!

Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын  күңелең.
Һиңә ҡарап, һәр саҡ һоҡланамын,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәмен,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!

Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Регина, ейәндәрең Данил менән Денис.

Юбилей менән ҡотлайбыҙ!
Юбилей менән ҡотлайбыҙ!
Юбилей менән ҡотлайбыҙ!
Юбилей менән ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас