Йәмғиәт
15 Апрель 2023, 08:00

Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы

1 апрелдән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды һәм ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағыХәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы
Хәрби хеҙмәт - тәжрибә һәм сынығыу сығанағы

Әрмегә саҡырылыусылар Рәсәйҙә хеҙмәт итәсәк

“Иң тәүҙә шуны билдәләгем килә: яҙғы саҡырылыш кампанияһы Украинала алып барылған махсус хәрби операция менән бер нисек тә бәйле түгел. Әрмегә саҡырылыусылар, һөнәрҙәренә ҡарамай, хәрби хеҙмәтте Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан пункттарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәренең бөтә төр ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт ваҡытын теүәл үтәгән хәрбиҙәр өйҙәренә ҡайтарыла”, - тип аңлатты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналына биргән интервьюла Башҡортостандың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич. Михаил Александрович билдәләүенсә, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр һаны артҡан. Уның фекеренсә, был беҙҙең төбәккә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мобилизацияланған, ирекле батальондар хәрбиҙәренең отпускыға ҡайта башлауы менән бәйле. Михаил Блажевич һүҙҙәренсә, өйгә ҡайтҡан ир-егеттәр үҙ хис-тойғолары, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр көндән-көн арта, шуға тағы ла өс ирекле батальон булдырыу ҡарар ителгән.

Контракт буйынса хеҙмәт тураһындағы һорауҙарҙы колл-үҙәккә шылтыратып бирергә мөмкин: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 1) һәм 117. Колл-үҙәк телефоны көндә ялһыҙ һәм тәнәфесһеҙ, 08.00- 20.00 сәғәттәрҙә эшләй.

Шулай уҡ республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыныу пункттары эшләй. Үҙәк пункт Өфөлә, Революция урамы, 156-сы йортта урынлашҡан. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 218-19- 19, 8 (347) 248-29-31, кеҫә телефонынан 122.

Атай-әсәйҙәр ярата һәм көтә

Ишембай ҡалаһы һәм районы буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү бүлеге начальнигы Александр Кощеев белдереүенсә, быйыл яҙ беҙҙең райондан әрмегә яҡынса 130 егет алынасаҡ. - 18 йәштән алып 27 йәшкә тиклемге ир-егеттәр әрмегә алына. Хеҙмәт ваҡыты 12 ай тәшкил итә, - тине Александр Владимирович. – Ир-егеттәр ҡоро ер, тимер юл, һауа-десант, милли гвардия, радиоэлектрон көрәш ғәскәрҙәрендә, һауакосмос көстәрендә, хәрби-диңгеҙ флотында, стратегик тәғәйенлештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Әлеге ваҡытта призывниктар тест буйынса һынау, медицина комиссияһын үтә. Аҙаҡ әрме хеҙмәтенә саҡырылыусы буйынса ҡарар ҡабул ителә.

- Тиҙҙән мин Ишембай нефть колледжын тамамлайым. Имтихандар тапшырып, диплом эшен яҡлағас, әрмегә барасаҡмын, - ти Роман Садыҡов. – Хәрби хеҙмәткә рухи һәм физик яҡтан да әҙермен тип уйлайым. Биш йыл кикбоксинг менән шөғөлләнеү миңә әрмелә үҙемде лайыҡлы тоторға ярҙам итәсәк. Ниндәй ғәскәрҙәргә эләгеүем мөһим түгел. Иң мөһиме – тормош мәктәбен үтеп, ватан алдындағы хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтәү. Әлегә киләсәккә пландар ҡормайым, әрменән һуң юғары белем алырға тырышасаҡмын.

Әрмегә алынғанда бер аҙ тулҡынланыу хисен саҡырылыусылар ғына түгел, уларҙың атай-әсәйҙәре лә кисерә. Шулай ҙа улар әрме мәктәбен мотлаҡ үтергә кәрәк тип иҫәпләй.

- Улым Илья Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжын тамамлай. Был яҙғы саҡырылышта әрмегә алынырға тейеш, - тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Елена Лаптева. – Беҙҙең ғаиләлә барлыҡ ир-егеттәр ҙә – атай, олатай, бабайҙар, өлкән ағайҙар хеҙмәт иткән һәм үҫмер өсөн дә был мотлаҡ тигән фекерҙәмен. Нимә өсөнмө? Тормош тәжрибәһен алыу, ир-егеттәрҙе рухи яҡтан сыныҡтырыу өсөн. Һаулығы яғынан сикләүҙәр булмаған һәр егет хеҙмәткә алынырға тейеш. Улымды әрменән һуң һау-сәләмәт итеп ҡаршы алғым килә. Шулай уҡ уның физик һәм рухи яҡтан көслө рухлы, тормошҡа төплө ҡарашлы булып ҡайтыуын теләйем. Үҙ улыма һәм башҡа егеттәргә ҡыйыулыҡ, сабырлыҡ һәм, әлбиттә, тыуған йортҡа һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын теләйем. Иң мөһиме – атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙҙе ярата һәм көтә икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Башҡортостандың йыйылыш пунктынан саҡырылыусыларҙы апрель аҙағында хәрби частарға ебәрә башлаясаҡтар. Һәр ир-егет тә бар кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә.

Яҙғы саҡырылыш буйынса һорауҙарҙы Башҡортостан хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлегенә 8 (347) 228-02-92 телефоны буйынса (эш көндәрендә – 09.00-19.00 сәғәттәрҙә, ял көндәрендә – 10.00-17.00 сәғәттәрҙә); граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм әҙерлек бүлегенә 8 (347) 253-13-48 телефон буйынса (эш көндәрендә 09.00- 18.00 сәғәттәрҙә) шылтыратып бирергә мөмкин.


Автор фотоһы.

Автор:Ольга Валитова
Читайте нас