Йәмғиәт
15 Апрель 2023, 13:00

Ауыл хәбәрҙәре

"Һабантуй" байрамы алдынан үткән конкурстарҙа Аҙнай ауылы халҡы йылда ихлас ҡатнаша. Бәләкәй ауылдар араһында үткәрелгән "Матур ауыл" конкурсында һәр ваҡыт призлы урындар алып, сертификат менән бүләкләнәбеҙ. Уны иһә ауылды төҙөкләндереүгә, клубты биҙәүгә тотонабыҙ.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

2022 йылда беренсе урынға лайыҡ булып, ун меңлек сертификатлы булдыҡ. Шул аҡсаға быйыл ауыл осон йәмләп, кәртә тоттоҡ.

Аҙнайға килгән комиссия ғына түгел, һәр кем уның менән һоҡлана һәм беҙ ошо ауылда тыуып үҫкәнебеҙгә, уны матурлауға үҙ өлөшөбеҙҙе индерә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Тәртип ишек төбөнән башлана, тип күп осраҡта үҙәк урамды тәртиптә тотоу ҙур бурыс булып тора. Ә бит комиссия күҙенән бер генә урам, тыҡырыҡ та ситтә ҡалмай. Ошо урамдар, тыҡырыҡтарҙы таҙартып, тәртиптә тотоу өсөн һәр кем тырыша. Ике артҡы урам, Бәпкә урамы, күпме тыҡырыҡ - барыһы ла таҙа, тәртиптә! Бәпкә урамының һуңғы йылдарҙағы таҙалығы өсөн старостаның уң ҡулы, ир-егеттәр советы ағзаһы Рауил ағайҙың өлөшө ҙур.

Һәр беребеҙ шулай яуаплы һәм тырыш булғанға ауылыбыҙ йылдан йыл төҙөкләнә, матурлана бара!

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА. Аҙнай ауылы.
Читайте нас