

Яҡты доньяларҙан иртә китеп барған туғандары, ата-әсәһе рухына бағышлап хәйер таратып, иҫкә алып киттеләр. Ауыҙ асып, тәмле аштар ашап, сәй эсеп алғас та ҡайтырға ашыҡманы ауылдашыбыҙ. Ауыл хәлдәрен һорашып, үҙ фекерҙәре, кәңәштәре менән бүлеште. Шулай уҡ сараны ойошторорға ярҙам итеп йөрөүсе Розалия Ибатуллина менән Гөлсөм Нәбиуллинаға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Бынан тыш Рәүҙәт Абулхаҡ улы ауылдан сыҡҡан студенттарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай - үҙе янына йыйып, "Яҡташтар" ойошмаһының әүҙем ағзалары итеп туплап йөрөтә.