

Был акцияға ҡушылып ауылдашыбыҙ Нәсритдинова Фәниә апай, Вәлиев Рәфҡәт ағай һәм Рәсимә еңгә, Сағитова Мәҙинә апай, Мәғәҙиева Рәсимә апай ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Йыйған гуманитар ярҙам Яңы Әптек ауылыдағы мәҙәниәт йортондағы посылкаларға ҡушылды.
Акция дауам итә. Теләгегеҙ һәм ниәтегеҙ булһа клубҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.