

Ир-егеттәр Таш ҡойоноң беседкаһының башын профнастил менән ҡапланы. Уларға башҡа урамдарҙа йәшәүсе ир-ат ярҙамға килде. Ошо урамда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ, балалар Бәкән буйын йыйыштырҙы.
Өмәләр артабан да дауам итәсәк. Әле ҡойо эргәһенә ағастар ултыртырға, беседка рәшәткәләрен буярға планлаштырҙыҡ. Өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм!