Йәмғиәт
8 Апрель 2023, 06:00

Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!

Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан йәмле Уразбай ауылында тыуып-үҫеп, Ишембай ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ Әнисә Минеғәле ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй.

Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!

Ғаиләбеҙҙә баш бала булған апайыбыҙ атай-әсәйебеҙҙең уң ҡулы, ярҙамсыһы булып үҫә. Күп балалы ғаиләлә туғандарын тәрбиәләшеү, йорт һәм хужалыҡ эштәрендә әсәйгә булышыу, ярҙам итеү кеүек эштәр апайыбыҙҙы йәштән сыныҡтыра, үҙаллылыҡҡа өйрәтә.

Мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған апайыбыҙ Өфө медицина институтына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Ишембай ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса акушер-гинеколог булып хеҙмәт юлын башлай. Төплө белемле, үҙ эшен яҡшы белгән, операцияларҙы уңышлы яһаған, һәр эшкә талапсан, яуаплы ҡараған йәш белгес һаулыҡ һаҡлау етәкселәре иғтибарынан да ситтә ҡалмай.

Тиҙҙән үҙ эшенең оҫтаһы – талантлы табипҡа бала табыу йорто мөдире вазифаһын йөкмәтәләр. Көн тимәй, төн тимәй, әсә һәм бала ғүмере һағында тороу һәм үҙе етәкләгән медицина учреждениеһының һәр бер хеҙмәткәре өсөн яуаплылыҡ тойоу - йәш табип Әнисә Минеғәле ҡыҙы өсөн бик яуаплы вазифа. Ошо эштә оҙаҡ йылдар бик күп әсә һәм бала ғүмерҙәре хаҡына хеҙмәт итә апайыбыҙ. Һуңғы йылдарҙа бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге мөдире һәм баш табип вазифаларын башҡара.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, апайыбыҙ үҙен талантлы табип, талапсан етәксе итеп күрһәтә. Уның намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте тарафынан юғары баһаланды.

Әнисә апайыбыҙ – ике бала әсәһе лә. Балаларына дөрөҫ тәрбиә, аҡыллы кәңәштәре менән үҙҙәренә оҡшаған һөнәр һайларға ярҙам итте. Ҡыҙы Рушана Өфөлә - кардиолог, ә улы Тимур - банк хеҙмәткәре. Икеһе лә матур ғаилә ҡороп, үҙҙәре әсәй, атай булып донъя көтә, үҙ уңыштары менән әсәләрен һөйөндөрөп йәшәй. Апайыбыҙ ике ейәнсәргә, бер ейәнгә яратҡан өләсәй ҙә. Туғандарына атай-әсәй урынына ҡалған иғтибарлы, ярҙамсыл, һөйөклө апай, кәңәшсе, оло терәк. Апайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Бөгөн ҡәҙерлебеҙҙе юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, хәйерле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ҡотло булһын юбилейың, апай!

Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түреңә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Арымай атла ғүмер үренә.


Ҡотлау менән туғандарың.

Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Терәк-таянысыбыҙ һин, апай!
Автор:
Читайте нас