Йәмғиәт
7 Апрель 2023, 08:00

Етемдәргә - сертификаттар

Ошо көндәрҙә өс етем балаға яңы программа буйынса торлаҡ алыуға сертификаттар тапшырылды.

Етемдәргә - сертификаттарЕтемдәргә - сертификаттар
Етемдәргә - сертификаттар

Әгәр элек улар социаль ярҙамдың бер төрөнә – социаль найм килешеүе буйынса фатир бүлеүгә генә иҫәп тота алһа, быйылдан торлаҡ һатып алыуға сертификаттар биреү буйынса яңы программа эшләй башланы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, документ хужаһы фатирҙы төбәктең үҙе теләгән ҡалаһында һатып алыу хоҡуғына эйә. Был программала 23 йәше тулған, наркологияла иҫәптә тормаған, юғары уҡыу йортонда белем алған йәки ғариза биреү ваҡытына эшләгән (алты айҙан да кәм булмаған) йәки 12 айҙан да кәм булмаған шәхси эшҡыуар йәки үҙмәшғүл булып торғандар ҡатнаша ала. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән етемдәр ҙә программаға иҫәп тота ала.

Ишембай районында торлаҡ алыу өсөн сиратта торғандар араһында ошо критерийҙарға өс кеше – Мөнир Вәлиев, Сергей Веденеев һәм Марина Забалуева тап килде. Улар яңы программаның тәүге ҡарлуғастары булды һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов ҡулынан сертификаттар алды. Азат Альберт улы йәштәргә именлек, һаулыҡ теләне һәм яңы фатирҙарында ныҡлы ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәрҙәр, тигән өмөтөн белдерҙе.

- Был ярҙам сараһы ҡануниәттә үҙгәрештәр индерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килде, ул ағымдағы йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Хәҙер етем балалар социаль ярҙам сараларын һайлау (фатир йәки сертификат алыу) хоҡуғына эйә. Беҙ йыл дауамында фатир менән тәьмин ителәсәк кешеләрҙең исемлеген төҙөйбөҙ. Был исемлек раҫлана һәм башҡа уға үҙгәрештәр индерергә ярамай. Быйыл өс кеше сертификат аласаҡ, ә исемлектәге башҡа кешеләр йыл дауамында фатирҙар менән тәьмин ителәсәк, - тип һөйләне муниципаль район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы, торлаҡты бүлеү һәм иҫәпкә ҡуйыу бүлегенең баш белгесе Светлана Канюкова.

Сертификат алыу – ҙур шатлыҡ ҡына түгел, ә оло яуаплылыҡ та, тип өҫтәне Светлана Юрьевна. Фатир һатып алыу ведомствоара комиссия контроле аҫтында  уҙғарылырға тейеш, улар тораҡ бинаның торошон, майҙанының торлаҡ менән тәьмин итеү нормаларына тап килеүен тикшерергә тейеш.

- Үҙем Уразбай ауылынан. Шулай килеп сыҡты, мине апайым тәрбиәләне. Мәктәпте тамамланым, иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡтым, әле вахта ысулы менән эшләп йөрөйөм. Ғаиләм, ике айлыҡ балам бар. Быға тиклем фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй инек, ә хәҙер үҙебеҙҙең фатирыбыҙ буласаҡ! - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мөнир Вәлиев.

Марина Забалуева әлегә ғаилә ҡормаған. Ул да яҡын киләсәктә үҙ ғаиләһен булдырыу тураһында етди уйланасағын белдерҙе.

- Фармацевт булып эшләйем. Тәрбиәгә алынған ғаиләлә үҫтем. Етем бала булараҡ фатир алыуға 18 йәштән сиратта торҙом. Яңы программа барлыҡҡа килгәс, беҙгә унда ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Оҙаҡ көтөү үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, мин бик шатмын! - тине ҡыҙ.

– Торлаҡты Ишембайҙан һатып алырға планлаштырам, сөнки бында эшем бар, мине тәрбиәгә алған атай-әсәйем йәшәй.

Сергей Веденеев та Ишембайҙан. Тәүҙә ҡустыһы менән “Пеликан” балалар йортонда йәшәй, аҙаҡ Стәрлебаш районынан уны тәрбиәгә алалар. Әлеге көндә Стәрлетамаҡта йәшәй һәм эшләй, фатирҙы ла ошонда алырға планлаштыра.


Автор фотоһы.

Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас