

Маҡар ауылында йәшәүсе ҡатыным, әсәйебеҙ ҒӘЛИЕВА Розалия Мирфәйез ҡыҙын матур юбилейы - 70 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ Әнисә һәм Мирфәйез Ишҡоловтарҙың ғаиләһенә бәхет өҫтәп беренсе бала булып донъяға килә. Дүрт һеңлеһенэ ныҡлы терәк булып әле лә гөрләшеп йәшәйҙәр, Аллаға шөкөр. Күңелле бала сағын, төплө белем алған, эшкә урынлашҡан һәм Маҡар ауылы Советы хакимиәтендә 35 йыл баш бухгалтер булып яуаплы эштә эшләгән саҡтарын ғорурлыҡ менән иҫкә ала ул. Хәләл ефете менән 3 балаға ғүмер биреп, хәҙер инде 48 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр.
Халыҡта «көҙҙәрҙең емеше татлыраҡ» дигән әйтем дә йөрөй. Ә был бит, ысынлап та, шулай! Кеше лә йәшәгән һайын зирәгәя, тәжрибә туплай. Беҙҙең әсәй сабыр, миһырбанлы, тырыш, ярҙамсыл, саф күңелле кеше.
Бешергән аш-һыуың, тотҡан малығыҙ, эшләгән май-ҡоротоң, тәҙрә төбө һайын үҫтергән гөлдәрең, баҡса тулы йәшелсәләрең -ошо түгелме тормоштоң рәхәтен белеп йәшәү?!
Күрше-күлән менән татыу йәшәп, юлы төшөп кергән һәр кешене ҡоймаҡ-бәлештәр менән һыйлап, сәй эсермэй сығармайһың. Һәр кешенең күңелен күрә беләһең.
Беҙгә – балаларыңа, һинең өсөн йән атып, өләсәй тип өҙөлөп торган ейән-ейәнсәрҙәреңә, туғандарыңа сабырлыҡ, шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтеп йәшәй киләһең.
Әсәй! Әсәй-атай һәм туған ҡәҙерен белергә өйрәткәнең, туған нигеҙҙең йылыһын атай менән һыуытмай һаҡлап килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Алдағы көндәрҙә лә өйөбөҙ һәр ваҡыт йәмле, ризыҡлы булһа ине. Киләсәктә лә атайыбыҙ менән бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, изгелектәр күреп, һау-сәләмәт йәшәргә Аллаһы Тәғәлә насип итһен.
Беҙҙең генә түгел, барлыҡ туғандарҙың оло терәге, кәңәшсеһе, таянысы һин. Һиңә булған рәхмәтебеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөргә мөмкин түгел, улар – сикһеҙ даръя.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hиңә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Әсәй-атай, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле hеҙҙән көнләшеп.
Ирең Рәүф, балаларың.