Йәмғиәт
3 Апрель 2023, 08:00

Хужалыҡты тырыштар тота

Көҙән ауылы эргәһендә урынлашҡан “Е.Г.Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығы 2007 йылдан алып малсылыҡ менән шөғөлләнә. Бында 650-ләп баш мал бар: 200- ләбе - һауын һыйырҙары, ҡалғандары тана, быҙауҙар.

Хужалыҡты тырыштар тотаХужалыҡты тырыштар тота
Хужалыҡты тырыштар тота

Бригадир, зоотехник Наил Әминов һүҙҙәренсә, ферма ҡышлауҙы яҡшы сыҡҡан. Аҙыҡ төрлөләндерелеп бирелгәнгә көндәлек һауым да яҡшы – бер тәүлектә тонна ярым һөт һауыла.

Фермала һауынсыларҙың эш көнө таңғы биштән башлана. Иртәнге һауындан һуң өйҙәренә ҡайтып, көндөҙгө сәғәт дүрткә яңынан фермаға киске һауынға киләләр. Малсылар иртәнге сәғәт етенән кискә тиклем малдарҙы ашатыу, тиҙәктәрен таҙартыу һәм башҡа эш менән мәшғүл. 

Малсылыҡ фермаһының ырамлы эше тураһында һөйләгәндә, әлбиттә, яҙмыштарын ауыл менән бәйләгән, йыл әйләнәһенә ауыл хужалығында эшләгән кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен телгә алмай булмай. Бында утыҙға яҡын хеҙмәткәр эшләй. Күпселеге – Көҙән ауылынан.

- Хәҙер халыҡ мал араһында эшләргә бик үк теләмәй, - тип уртаҡлашты бригадир Наил Әминов. - Беҙҙә лә күбеһе электән колхозда тир түккән тәжрибәле эшселәр йыйылған. Тап уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә хужалыҡ үҫешә. Мал ҡараусылар Юнир Мансуров, Ришат Хәйретдинов, Рәзиф Камалов, Рәмил Сәлимгәрәев шундайҙарҙан. Кемдер эш көнө үтһә – булды, тиһә, был ирҙәр “Донъя көтәбеҙ, ғаиләбеҙҙе ҡарайбыҙ, аҡса эшләйбеҙ”, тип тырыша. Мотористар Ғатау Аллабирҙин менән Фәнил Ғилманов үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Фермала һауынсылар Илмира Бакирова, Айгөл Камалова, Минзилә Таһирова, Елена Колесник, Рәйлә Усманова, Фәрзәнә Атнашева өсәр көн сменалап эшләй.

Хужалыҡтың төрлө йылдарҙа исеме алмаштырылып, етәкселәре алмашынһа ла, Наил Сәхиулла улы әрменән һуң 22 йәшендә зоотехник булып эш башлағандан алып әлегәсә ошонда хеҙмәт итә. Бер йыл инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан яратҡан эшен ҡалдырмай. Ҡатыны Зөлфиә менән 42 йыл татыу ғүмер кисереп, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бер-береһен мәктәп эскәмйәһенән белгән йәштәр, ғаилә ҡорғас, оҙаҡ йылдар бергәләп фермала эшләй. Әминовтар үҙҙәре лә аҙбар тултырып мал аҫрай, баҡса үҫтерә.

Алдағы көндәрҙә “Е.Г.Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығында мал һанын тағы ла арттырырға уйлайҙар. Әлегә иһә улар йәйләүгә күсеү өсөн әҙерлек башлаған.

 

Автор фотоһы.

Хужалыҡты тырыштар тота
Хужалыҡты тырыштар тота
Хужалыҡты тырыштар тота
Хужалыҡты тырыштар тота
Хужалыҡты тырыштар тота
Хужалыҡты тырыштар тота
Хужалыҡты тырыштар тота
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас