Йәмғиәт
2 Апрель 2023, 08:00

Вәлиди төбәгендә бер көн

Башҡорт халҡының бөйөк улы, донъя күләмендә танылған яҡташ ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ауылдаштары бөгөн нисек көн күрә, киләсәккә ниндәй уймаҡсаттар менән йәшәй? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсаты менән беҙ Ишембайҙан 44 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Көҙән ауылына юл тоттоҡ. 

Вәлиди төбәгендә бер көнВәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн

Ауыл ҡото – етәксенән

Көҙән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдус Әүхәҙи улы Шәйәхмәтов иңенә халыҡ хаҡында хәстәрлек күреү бурысы йөкмәтелгән. Шуға күрә уға төрлө һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Беҙ иртәнге сәғәт унда ауыл биләмәһе хакимиәтенә килеп ингәндә лә бында эш ҡайнай ине. Башлыҡты ауылдың ветерандар советы рәйесе Рәжәп Зарипов менән әңгәмәләшкән мәлдә тап иттек. Улар бөгөнгө көндә донъя күргән китаптарҙа ауыл тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттең теүәл күрһәтелмәүе, тулы булмауы тураһында һөйләшеп, артабан да Көҙән ауылы тарихын ентекле өйрәнәһе бар әле тигән һығымтаға килде. Илдус Шәйәхмәтов оҙаҡ йылдар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге музей директоры булып эшләй. Шунлыҡтан ауыл тарихын, ауылдаштары нәҫелен, булмышын яҡшы белә. 2019 йылда ауылдаштары уны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп һайлай.

- Көҙән – бик матур ауыл. Бында татыу, берҙәм, эшһөйәр, ярҙамсыл халыҡ йәшәй, - тип һүҙ башланы Илдус Әүхәҙи улы. – Ауылда 664 кеше теркәлгән, уларҙың 205-һе – өлкән йәштәгеләр. 1928 йылғы Зәки Хәйруллин ауылдың иң өлкән аҡһаҡалы. Халыҡ башлыса үҙҙәренең йорт хужалығы менән көн күрә. Уңғандар күпләп мал, ҡош-ҡорт, умарта тота. Көндәлек хеҙмәттән тәм һәм йәм табып, тапҡандарына шөкөр итеп, тормоштарынан ҡәнәғәтлек алып йәшәй ауыл халҡы. Зимфера менән Рәил Йәрмөхәмәтовтарҙы миҫал итеп килтерергә була.  Өр-яңы МТЗ-82 тракторҙары бар. Бөтә эште улар техника менән башҡара. Балта оҫтаһы Илгиз Ибәтуллин төп эшенән тыш үҙ оҫтаханаһында ағастан төрлө мебель эшләй. Йылдан-йыл уның оҫталығы арта. Ауылда шулай уҡ Себер тарафында вахта ысулы менән эшләп йөрөүселәр ҙә бар.

Көҙән ауылы төҙөк, матур йорттары менән дан тота. Бында ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп, мәктәпкәсә төркөм, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе, ФАП, музей, мәсет, пекарня, өс магазин эшләп килә. Бюджет өлкәһендә яҡынса - 40, “Е.Г.Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығында яҡынса 30 кеше эшләй. Илдус Әүхәҙи улы һүҙҙәренсә, 2021-2022 йылдарҙа ауылда буш йорттар һаны күпкә кәмегән. Унлап мөслим ғаиләләр бында килеп төпләнгән. Уларҙы мәсет, ауыл халҡының дингә ыңғай ҡарашта булыуы йәлеп итә. Әле лә изге Рамаҙан айында мәсеттә ифтар мәжлестәре ойошторолоп тора.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы белдереүенсә, ауылда ҡарауһыҙ йөрөгән аттар менән көрәш алып барыла. Улар бесәнлектәрҙе, ферманың сәсеүлек баҫыуҙарын тапап күп мәшәҡәт тыуҙыра. Шулай уҡ ауылда ике һыйыр көтөүө бар. Уны малдары булғандар өй буйынса сиратлап көтә. Ауыл урамдарында ут яҡтылыҡтарын замансаға алмаштырыу эше алып барыла. Былтыр ауыл зыяраты кәртәһен яңыртыу буйынса өмәләр ойошторолған.

“Хоҙай рәхмәтендә булайыҡ”

Ауылдың иң өлкән инәйҙәренең береһе Фәйрүзә Абдулхай ҡыҙы Ҡаһированың ихатаһы, йорто тәртиптә, таҙа булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. 84 йәшлек инәй әле лә тауығын да аҫырай, йәшелсә лә үҫтерә. Тормош һынауҙарын күп кисергән ағинәй бигерәк тә беҙгә, йәш быуынға, өлгө алырҙай шәхес. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Фәйрүзә инәйгә ике йәш кенә була. Атаһы тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына һәм яраланып тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта. 1942 йылда ғаиләһе уны йәнә һуғышҡа оҙата. Өс йәшлек кенә Фәйрүзә атаһы менән һуңғы осрашыуын яҡшы хәтерләй. 1945 йылдың февралендә атайҙары һуғышта һәләк булды тигән хәбәр килә. Әсәһе - көслө рухлы, сыҙамлы, эшкә әрһеҙ Ғәлимә инәй өс баланы яңғыҙы ҡарап үҫтерә.

- Аслығын да, яланғаслығын да күрҙек. Атай булмағас, түбәнселек тә булды. Колхоздың бушлай эшселәре инек, - тип иҫкә ала Фәйрүзә инәй ул йылдарҙы. – Ете генә класс уҡып өлгөрҙөм, әсәйем ауырып операция эшләтте. Шул сәбәпле уҡыуҙы ҡалдырырға тура килде.

Фәйрүзә инәй һарыҡ фермаһында бәрәстәр ҡарай, малсылыҡ фермаһында һыйыр һауа, яҙын малға йыла ағастары сығара.

Йәшлек йылдарында иптәш ҡыҙҙары менән клубҡа йөрөгәндәрен йылмайып иҫкә ала Фәйрүзә инәй.  Буласаҡ тормош иптәше Фәтих менән бер-береһен бәләкәйҙән белеп үҫһәләр ҙә, ныҡлы буй еткергәс кенә ғаилә ҡороп, биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Утыҙ йыл ҡәйнәһе Нәзирә менән бер йортта донъя көтә улар. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиҙәр. Фәйрүзә лә ҡәйнәһе менән бер һүҙле була.

Фәйрүзә инәй 13 йыл почтальон булып эшләп, ауылдаштарына сумка тултырып гәзит-хаттар тарата.

- Ул ваҡытта яҙыусыларҙың китаптарын яҙҙырып алыу модала ине. Шуларҙы ла йорттар буйлап алып барып тапшыра инем. Кешеләр бер-береһенә асылмалар ебәреште, эшләүҙәре күңелле ине, - тип хәтерләй ағинәй. 

Фәтих ағай колхозда тракторсы, комбайнер була. Баҫыуҙарҙа урып-йыйыу осоронда Фәйрүзә инәй ҙә уға ярҙамлаша. Ҡаһировтар шулай донъя йөгөн бергәләп тарталар. Улар башҡаларға үрнәк булырҙай матур тормош юлын үтә. Ғаилә башлығының баҡыйлыҡҡа күсеүенә
өс йыл инде.

- Хәҙер донъялар матур, бөтөн. Рәхәтлектә йәшәйбеҙ. Бабайым йыш ҡына “Эх, иртәрәк тыуғанбыҙ. Ниңә саҡ ҡына һуңыраҡ тыуманыҡ икән?” тип ҡабатлай торғайны.
Ошо рәхәтлектең ҡәҙерҙәрен белеп, барына шөкөр итеп, аяҙ күк аҫтында йәшәргә Хоҙай насип итһен, - тигән теләктәрен еткерҙе Көҙән ауылы ағинәйе Фәйрүзә Ҡаһирова.

Әсәйҙәре янына Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта йәшәүсе улы менән ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре йыш ҡайтып тора. Ауылдың социаль хеҙмәткәре Гөлшат Сәлимова ла аҙнаһына ике тапҡыр Фәйрүзә инәйгә инеп йомоштарын үтәй.

Бер-береһенә пар килгәндәр

Йәрмөхәмәтовтарҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Ихаталағы тәртип, бөхтәлек, сағыу төҫтәргә буялған йорт-ҡуралар хужаларҙың эшһөйәрлеге, бөтмөрлөгө тураһында һөйләй. Ҡапҡа алдынан уҡ беҙҙе әйҙүкләп ғаилә башлығы Рәил Дәриғәт улы ҡаршы алды. Уңғанлығы тирә-яҡҡа таралған Зимфера ханым һый-хөрмәттән һығылып торған табын әҙерләгән. Өҫтәл түрендә хужабикә ҡаймаҡ, ҡорот, бал, таңдан тороп бешергән ҡыҫтыбый, бәлеш, бауырһаҡ. Зимфера Ришат ҡыҙының бешеренеүгә маһирлығын алдан уҡ ишетеп белһәк тә, табынға ҡарап быға үҙебеҙ ҙә инандыҡ.

Зимфера менән Рәил Йәрмөхәмәтовтар бәләкәйҙән бер ауылда уйнап үҫһәләр ҙә, мөхәббәт ялҡыны күрше Павловка ауылындағы хужалыҡта эшләп йөрөгәндә тоҡана. Рәил – умарта ҡараусы, Зимфера – ашнаҡсы. 1998 йылдың яҙында дуҫлашып йөрөй башлаған йәштәр көҙөн туй үткәрә. Быйыл ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 25 йыл. Ете йыл йәштәр Рәилдең атаәсәһе менән бергә йәшәй, аҙаҡ үҙаллы ҙур йорт һалып сығалар.

Һөнәри белемде Зимфера ханым Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһында ала. Ун йыл ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп, “Сауҡалыҡ” театры етәксеһе була. Аҙаҡ тормош юлы уны ауылдағы пекарняға алып килә. Дүрт йыл ҡамыр баҫып икмәк бешереү аш-һыуға маһир ҡатынға тағы ла оҫталыҡ ҡына өҫтәй.

- Күршем Миңһылыу апай мине өс йыл элек бәлешбауырһаҡтар бешерергә дәртләндереп ебәрҙе, - тип хәтерләй Зимфера Ришат ҡыҙы. – Әсәйем бәйләмгә, атайым балта оҫтаһы ине. Бауырһаҡты иһә ҡәйнәмдән бешерергә өйрәндем. Шәхси эшҡыуарҙар Әлфиә менән Ринат Лотфуллиндарға рәхмәтлемен, улар мин бешергән бәлештәрҙе үҙ магазинында һатырға тәҡдим итте.

Уңған ханым көн дә кәмендә ун бәлеш
бешерә, уның ҡамыр баҫмаған көнө юҡ. Бөтәһе
15 төрлө эслектән эшләй бәлештәрҙе. Оҫта
тураһында хәбәр “сарафан радиоһы” аша тиҙ
тарала. Әрмет, Петровск, Маҡар, Йәнырыҫ,
Сәлих, Әхмәрҙән никах-туй мәжлестәренә, Ҡөрьән аяттарына тип бәлештәргә заказдар килеп тора.

Балалар үҫтермәһәң, киләсәгеңде хәстәрләмәһәң, ошо тиклем йорт һалыу, донъя туплауҙың мәғәнәһе булыр инеме? Юҡтыр. Зимфера менән Рәил иһә өс балаға ғүмер биргән. Өлкән улдары Радмир әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып, Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ситтән тороп юғары белем дә ала. Алһыу - Ырымбур дәүләт медицина университетында, Нурсилә Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында 8-се класта уҡый.

- Ҡыҙҙарым – минең төп ярҙамсыларым. Уларға ял да, каникул да юҡ тиерлек. Заказдарым күп булһа, уларҙы иртә таңдан уятам. Эшләшкәндәре минең өсөн булһа, өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн, - ти хужабикә.

Зимфера менән Рәил эште һинеке минекегә бүлмәй. Аҙбар тултырып мал аҫырай, умарта тота, баҡса үҫтерә. Рәил Дәриғәт улы үҙ техникаһы менән ҡышын ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта, йәйен бесән әҙерләп һата. Йәрмөхәмәтовтар кеүек ошондай матур донъя көткән ишле ғаиләләр ауылдың күрке, ғорурлығы.

Тарих һаҡлай Көҙән мәктәбе

Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә былтыр Көҙән ауылы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнгән. Хәҙер белем усағы йыраҡтан сағыу төҫтәр менән балҡып, үҙенә әйҙәп ултыра. Мәктәптә яҡын-тирә ауылдарҙан 80 бала уҡый. Рәсимә Мәжит ҡыҙы Ғимранова етәкселегендә дуҫ, үҙ фәндәрен яҡшы белгән, тәжрибәле коллектив тупланған. Яҡшы күрһәткестәр, ғорурланырлыҡ уҡыусылар байтаҡ.

Беҙ мәктәпкә килгәндә яҙғы каникул мәле булыуға ҡарамаҫтан, спорт залында балалар тауышы яңғырап тора ине. Улар тренер Салауат Әхмәтгәрәй улы Мөхйәнов етәкселегендә шөғөлләнә. Төрлө фәндәрҙән консультациялар ҙа алып барыла. Бер төркөм уҡыусылар Ишембайға “Заповедные острова” муниципаль конкурсында ҡатнашыу өсөн юлланған.

Көҙән мәктәбе – бай тарихлы уҡыу йорто. Быны мәктәп музейы ла дәлилләй. Ул уҡыу йортоноң тарихын һаҡлап, йәш быуынға еткереү маҡсатында ойошторолған. Музей эшен уҡытыусы Лилиә Закир ҡыҙы Шәйәхмәтова алып бара. Бәләкәй генә бүлмә үҙендә төрлө тарихи экспонаттар, фотолар туплаған. Мәктәптең иң беренсе уҡытыусыһы, тәүге уҡытыусылар коллективы, мәктәптең тәүге бинаһы фотолары һаҡланып ҡалған. Иң төп экспонаттарҙың береһе – элекке пионерия атрибутикаһы.

- Башҡараһы эштәр, туплайһы мәғлүмәт күп әле, - ти Лилиә Закир ҡыҙы.

Бынан тыш музейҙа уҡытыусы Гөлдәр Камалова етәкселеге аҫтында уҡыусылар менән бергәләп эшләнгән башҡорт милли түшелдеректәре лә урын алған. Гөлдәр Ишморат ҡыҙы менән Лилиә Закир ҡыҙы уҡыусыларға милли кейем үҙенсәлектәрен, ауыл ерлегенә хас өлгөләрҙе өйрәтә, бергәләп мәрйен теҙәләр, ҡорама тегәләр.

Капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алған мәктәптә уҡыусыларға тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшеп уҡыуҙарын, уҡытыусыларға яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелеп, дәрт-дарман менән эшләүҙәрен теләйбеҙ.

Мәҙәниәт усағы – йыр-моңға бай ҡосағы

Көҙәндәрҙең күңел һандығы йыр-моңға мөлдөрәмә тулы. Шунлыҡтан ауыл мәҙәниәт йорто райондың алдынғы мәҙәни усаҡтарының береһе булып тора. Ә клуб хеҙмәткәрҙәре иһә оло тырышлыҡ, яуаплылыҡ талап иткән эште фиҙаҡәрлек менән башҡара. Мәҙәниәт йортона 24 йыл ошо ауыл ҡыҙы Айгөл Хәйретдинова етәкселек итә. Үҙ булмышын был өлкә менән бәйләүҙе ҡыҙыҡлы хәтирә итеп хәтерләй ул.

- Атай-әсәйем минең мәҙәниәт юлынан китеүемә ҡаршы төшөп, уҡытыусы һөнәрен һайларға өгөтләне. Имтихан тапшырғанда “Минең тормошомда йыр, әҙәбиәт һәм музыка” тигән ирекле темаға инша яҙырға тура килде. Үҙ шиғырҙарымды өҫтәп, атайымдың гармунда уйнағанын, үҙемдең йырларға яратҡаным тураһында рәхәтләнеп инша яҙып, уҡытыусы булып киттем, - тип йылмайып иҫкә ала Айгөл Салауат ҡыҙы.

Ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған ауылына мәктәпкә эшкә ҡайта. Тик ул осорҙа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булған Наил Әминов уны мәҙәниәт йортона мөдир итеп саҡыра. Шулай итеп яҙмыш Айгөл Салауат ҡыҙын барыбер мәҙәниәт менән бәйләй.

Художество етәксеһе Әлфиә Алмаҡаева лә ошо мәҙәниәт йортонда 25 йыл эшләй. Айгөл Салауат ҡыҙы менән улар бер маҡсат, берҙәм тырышлыҡ менән һәр сараға ентекле әҙерләнеп, юғары кимәлдә үткәрә. Быны тиҫтәләгән маҡтау грамоталары, төрлө фестиваль-конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһауҙары, призлы урын алыуҙары ла дәлилләй. Үҙешмәкәр артистарға ла бай Көҙән. 1970 йылда нигеҙ алған “Сауҡалыҡ” театры уңышлы эшләп килә. 2015 йылда ул халыҡ исемен ала. Тамашаларға йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ихлас йөрөй. Бигерәк тә халыҡсан комедияларҙы үҙ итә ауылдаштар. Әлфиә Лотфуллина, Әлфиә Марванова, Рауил Вәлиев, Рәғиҙә Зарипова, Гөлшат Вәлиева, Минзилә Лотфуллина, Марат Нурғәлиев, Фәнүзә Вәлиева, Илнур Ғатауллин халыҡ театрының әүҙем, дәртле актерҙары. Һуңғы йылдарҙа улар етәкселәре Айгөл Хәйретдинова менән “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар”, “Ҡәйнә”, “Һыу юлы” комедияларын, “Китмәгеҙ, торналар”, “Балаҡайҙарым”, “Ул ҡайтты”, “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклдәрен сәхнәләштергән. Әле улар репертуар һайлау өҫтөндә эшләй.

Мәҙәниәт йортонда шулай уҡ “Ярангөл” вокал ансамбле, “Гөрләүек” балалар бейеү ансамбле, “Торнаҡай” ҡурсаҡ театры, “Хужабикәләр” клубы, “Нәҙекәй бил” фитнес клубы уңышлы эшләп килә.

Һуңғы йылдарҙағы коронавирус пандемияһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре эшенә күп кенә үҙгәрештәр индерҙе. Был осраҡта ҡайһы берҙәр юғалып ҡалһа, Көҙән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре яңы шарттарға ҡулайлашып, тамашаларҙы яңы ҡалыпта, интернет селтәрендә онлайн ойоштора башлай. Бөгөнгө көндә улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатынан төрлө акциялар ойоштора, ауылдаштарҙы бирешмәҫкә әйҙәй.

Халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләйҙәр

Көҙән почта бүлексәһен икенсе йыл Татьяна Иралина етәкләй. Аҙнаһына өс көн ул Көҙәндән ете саҡрым булған Павловка ауылынан йөрөп эшләй. Үҙе рус булһа ла, урындағы халыҡты матур итеп “Иҫәнмеһегеҙ” тип сәләмләй, барлыҡ йомоштарын теүәл үтәргә тырыша.

Почтальондар Риф Ҡадыров менән Илдус Фазылов Көҙән, Иҫкесәк, Ҡыҙыл Октябрь ауылдары халҡына ваҡытлы матбуғат, хаттар, түләү ҡағыҙҙарын ташый. Эҫе йәйҙә лә, буранлы ҡышта ла улар һәр йортҡа ишек ҡаға, үҙҙәре менән шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңылыҡтар алып килә. Ауылдаштар башҡорт, татар телдәрендәге гәзиттәрҙе яратып уҡый, милли баҫмаларҙы күпләп алдыра.

- Почтальон ир-егеттәремдән уңдым, - тип һөйөнә Татьяна Николаевна. – Һәр кем менән иҫәнләшеп, ихлас аралашыуҙары менән алдыра улар. Шунлыҡтан ауылдаштар ҙа бик теләп гәзит-журналдарға яҙыла.

Беҙ Татьяна Николаевна менән әңгәмәләшкән арала ғына ла бер нисә кеше түләү ҡағыҙҙарын тотоп, почта бүлексәһенә инеп сыҡты. Бынан тыш, төрлө кәрәк-яраҡ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, орлоҡ, канцелярия тауарҙары һатылыуы ла ауылдаштар өсөн уңайлы. Шулай уҡ машинаны страховкаларға ла мөмкин.

Әлегә почта бүлексәһе мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан. Өлкән йәштәгеләр, һаулыҡтары яғынан сикле булған граждандар өсөн уңайлыраҡ булыуҙы күҙ уңында тотоп 2024 йылда федераль программа буйынса Көҙән ауылында яңы почта бүлексәһе бинаһын төҙөү планлаштырылған. Почта бүлексәһе хеҙмәттәренә мохтажлыҡ кисергән ауыл халҡы өсөн был, әлбиттә, ҡыуаныслы яңылыҡ. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең ауылдаштары шулай уңған, ҡунаҡсыл халыҡ. Көҙән ауылының үткәне данлы, киләсәге, һис шикһеҙ, өмөтлө.


Автор фотолары һәм мәҙәниәт йорто архивынан.

Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Вәлиди төбәгендә бер көн
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас